Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
6 Август 2025, 17:35

"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар

Осрашыуҙы «Бәхет биләмәһе», «Өфө хосписы» Һәм «Воскресенск соборы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина хупланы.

"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар

Өфөлә «МХО ғаилә бүлмәһе клубы» проекты сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте менән берлектә улдары махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған әсәләр менән осрашыу ойошторҙо. Был проект ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәкле психологик ярҙам күрһәтергә тейеш.

Осрашыуҙы «Бәхет биләмәһе», «Өфө хосписы» Һәм «Воскресенск соборы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина хупланы.

Әсәйҙәр пландар ҡорҙо, балаларын иҫкә төшөрҙө, улдарының тарихтары менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡыны. Һәр әсәй үҙ һүҙен әйтә алды.

Гөлнур Ҡолһарина герой әсәләренең республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуын билдәләне: "Юғалтыу кисергәндән һуң герой әсәләре һынманы, башҡалар өсөн өлгө һәм таяныс булды. Һүнмәҫ энергия һәм йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнашыу, ҡайғыға юлыҡҡан шундай уҡ ғаиләләргә ярҙам итеү – был ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырып торған нәмә. Уларҙың тормошо - ысын патриотизм һәм Тыуған илгә һөйөү рухында үҫкән йәш быуындар өсөн рухландырыусы өлгө. Пландарыбыҙ күп. Улар менән бергә беҙ тағы ла күп изге эштәр башҡарасаҡбыҙ".

Каринэ Владимировна һәр тарихтың бик мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Һеҙ - үҙегеҙҙең Герой улдарығыҙҙың дауамы. Улдарығыҙ тураһында һөйләгеҙ, улар нисек үҫкән, нимә менән мауыҡҡан һәм нисек итеп уларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙ бергәләп сәйәхәт итеү һәм бының нисек ярҙам итеүе тураһында һөйләйһегеҙ. Әйҙәгеҙ, изге урындарға сығып әйләнәйек. Һеҙҙең шиғырҙарығыҙ - әсәйҙәрҙең тере һүҙе, ул һеҙҙең кисергәндәрегеҙҙе һәм йөрәгегеҙҙәге мөхәббәтте еткерә. Шиғри һүҙҙәрегеҙҙе йыйып баҫтырырға кәрәк".

Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова үҙ хистәрен йәшермәне: "Патриот паркында ҡуйылған һәйкәл өсөн ҙур рәхмәт. Ул минең улым Максим тураһында яҡты хәтер символы ғына түгел, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә ир-егеттәрҙең ҡаһарманлығын кәүҙәләндерә. 2 августа илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән әсәләр исеменән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә һиҙгерлеге, ҡунаҡсыллығы һәм иҫтәлекле экскурсиялар ойоштороуы өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ".

МХО-ла һәләк булған яугир әсәһе Рәсилә Батырова ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе: "Беҙ яңғыҙ түгел, сөнки бергәбеҙ. Һәм был бәйләнеш башҡа әсәләргә ярҙам итеү һәм уларҙы дәртләндереү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс бирә. Каринэ Владимировна менән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына уларҙың һиҙгерлеге, хәстәрлеге һәм иғтибарлылығы өсөн ихлас рәхмәт белдерәм".

Әсәйҙәр "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондына Алтын ҡулса буйлап сәйәхәтте ойошторғаны, "Үҙ көсөбөҙ" программаһы буйынса уҡытыу ойошторғаны, "МХО ғаилә бүләһе" клубының тренингтарын һәм осрашыуҙарын үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡайһы бер әсәйҙәр үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, улар ҡатнашыусыларҙың йөрәгенә үтеп инде.

Осрашыу йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте. Осрашыу йомғаҡтары буйынса берлектәге саралар тураһында тәҡдимдәр яңғыраны.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар"дәүләт фонды филиалының матбуғат хеҙмәте.

"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
"МХО ғаилә бүлмәһе клубы"нда әсәләрҙе йыйҙылар
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас