- Автомобиль - фронтта кәрәкле һәм хәрби бурыстарҙы үтәүҙә мөһим әйбер, әммә улар тиҙ ватыла. Дошман дрондары һәм насар юлдар арҡаһында уларҙы йыш йүнәтергә һәм алыштырырға кәрәк, - тип яҙған район хакимиёте башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шулай уҡ Азат Альверт улы Донецк Халыҡ Респубикаһының Снежное ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан часовняға купол килтерелеүе тураһында яҙған. Часовня Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһына ярашлы төҙөлә. Был фекер Радий Фәрит улы Салауат Юлаев исемендәге батальонда булып, егеттәр менән аралашҡанда тыуа һәм тормошҡа ашырыла башлай. Әйткәндәй, быға тиклем ошо батальон егеттәре “Йондоҙ-рахман” мәсетен төҙөгән ине.