Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Август 2025, 12:00

Тыуған ил тыуған ерҙән башлана

Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында күркәм сара ойошторолдо.

Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана


16 августа Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында “Тыуған ил тыуған ерҙән башлана” тип аталған күркәм сара ойошторолдо. Был байрам Ватанды һаҡлаусылар һәм МХО-ла ҡатнашыусылар йылына бағышланды. Ул ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡымыҙ, сәксәк, йыр-таҡмаҡтар менән ҡаршы алыуҙан башланды.

Беренсе көндән хәҙергәсә МХО-ла булған ауылдашыбыҙҙың ғаиләһе (Рәсүл Марат улы Ишбаев) менән танышыу булды. Яугирҙең тормош иптәше Миләүшә Салауат ҡыҙы, балалары һәм туғандары ауылдашыбыҙҙың илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеүен һөйләп, уның наградалары менән таныштырҙы.

Ҡунаҡтар ғаилә башлығының имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ветерандарыбыҙҙы иҫкә алырға обелиск янына килде. Яу яланында беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һәләк булған ауылдаштарҙы бер минут тын ҡалып хөрмәт күрһәттеләр, сәскә һалдылар.

Шулай уҡ был сара барышында класташтары һәм башҡалар ярҙамы менән МХО-ла батырҙарса һәләк булған Зиннур Зиннәт улы Ибраһимовтың тыуған йортонда таҡтаташ асылды.

Ҡунаҡтарҙы Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов ауыл күрке – "Рабиға" мәсетенә саҡырҙы. Әүҙем ауылдаштарға рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Мәсеттә әрүахтарға бағышлап аят уҡытылды. Мәсет һалыуға быйыл ун йыл тулды.

Артабан барыһы ла мәктәп бинаһында урынлышҡан музейҙар менән танышты. Хәйҙәр Ибраһимов яуҙа һәләк булған ҡустыһының шәхси әйберҙәрен тапшырҙы.

Ишберҙе ауыл биләмәһе башлығы Наил Булат улы Ибраһимов ҡунаҡтарҙы байрам хөрмәтенә ҡуйылған тирмәгә саҡырҙы. Унда милли ризыҡтарҙан торған төшкө аш ойошторолдо.

Тыуған илгә һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған байрам концерты һәр кемдең күңеленә хуш килде. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтар яуҙағы егеттәрҙе лә онотманы. Уларға ебәрер өсөн гуманитар ярҙамға тос өлөш индерҙеләр.

Барыһы ла был саранан илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, яҡты өмөттәр менән таралышты.

 

Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Автор:
Читайте нас