Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
1 Сентябрь 2025, 11:30

“Яугирҙәрҙән күп нимәгә өйрәндем”

Социаль селтәрҙәрҙә уның, йәйге ялға туҡтаным, тигән хәбәрен күргәс, быйыл ҡайһы яҡҡа ял итергә барыр икән, тип уйлап ҡына ҡуйған инем, икенсе көнгә уның Донбастың госпитәлдәренең береһендә төшкән фотоһын күрҙем...

“Яугирҙәрҙән күп нимәгә өйрәндем”
“Яугирҙәрҙән күп нимәгә өйрәндем”

Кәрәк икән, янған өйгә ингән, сапҡан атты туҡтатҡан сая ҡатын-ҡыҙҙар бар арабыҙҙа. Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова шундайҙарҙан. Саялығына, ҡыйыулығына өҫтәп, уға хас булған миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек сифаттарын да билдәләп китмәй булмай, әлбиттә. Социаль селтәрҙәрҙә уның, йәйге ялға туҡтаным, тигән хәбәрен күргәс, быйыл ҡайһы яҡҡа ял итергә барыр икән, тип уйлап ҡына ҡуйған инем, икенсе көнгә уның Донбастың госпитәлдәренең береһендә төшкән фотоһын күрҙем. Эйе, диңгеҙ буйындағы ял урынына махсус хәрби операция зонаһына барып, үҙ өлөшөн индереүҙе өҫтөнөрәк күргән Наталья Александровна.

“Беренсе тирмә” төбәк проекты сиктәрендә былтыр бер булған ине инде ауыл биләмәһе башлығы.

“Аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алыуымдан алған ҡәнәғәтлек хисе миңә ялға ҡарағанда күберәк рухи көс бирҙе. Былтыр булғандан һуң ундағы мөхиткә күңелем тартылып торҙо, шуға йәйге ял башланыу менән юлландым. Минең менән бергә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Андрей Трофимовтың апаһы Ирина Гаврилова ла барҙы”, - ти ул.

Барлығы Донбаста республиканан ете кеше булып ҡайттылар. 18 көн дауамында госпиталдә ятҡан яралыларҙың янында булып, улар тураһында хәстәрлек күрә волонтерҙар. Кемдер түшәктә ятҡандарҙы ҡарай, кемдер ашханала ризыҡ бешерә, һалдаттарҙы операцияларға әҙерләй, йә бүлмәләрен йыйыштыра.

  • Миңә ныҡ тәьҫир иткәне – яугирҙәрҙең рух күтәренкелеге көсө, ныҡлығы булды. Араларында ауыр яралылар булһа ла, уларҙан бер тапҡыр ҙа зарланыуҙарын, мыжыуҙарын ишетергә тура килмәне. Киреһенсә, юмор менән үҙҙәренең дә, беҙҙең дә күңелде күтәрәләр. “Беҙ аҙаҡҡаса барасаҡбыҙ. Киләсәк быуын һуғыш күрмәһен өсөн еңәсәкбеҙ, тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтасаҡбыҙ”, - тип ышаныслы итеп әйтеүҙәре рухыбыҙҙы тағы ла нығытты. Яҡташ егеттәрҙе лә осраттыҡ. Эргәләрендә оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Иң мөһиме, йылы һүҙ, иғтибар мөһим бит инде улар өсөн. Картуф ҡыҙҙырып,  ҡоймаҡ бешереп ашатып, күңелдәрен күрергә тырышыуыбыҙ, аҙға ғына булһа ла уларҙың тыуған яҡтарын һағыныу хистәрен баҫа алыуыбыҙ өсөн шатмын, - тип һөйләне Наталья Александровна.

Уға операция залына инеп, табиптарға ярҙам итергә лә тура килгән – операция барышында хирургтар скальпель менән ярсыҡтарҙы алғанда рентген аппаратында видеокүҙәтеүҙең эшләүен тәьмин итеү бурысын ышанып тапшырғандар.

  • Был сәйәхәт эске тормошомдо ныҡ үҙгәртте. Ҡайтҡас, кешеләр, беҙ бит бында юҡ менән булабыҙ, тип ҡысҡырғым килде – тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, күгебеҙ тыныс килеш зарланабыҙ, һаман ни менәндер риза түгелбеҙ, тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белмәйбеҙ, ул ғына түгел, яуызлыҡ ҡылырға ла күп һорамайбыҙ. Ә унда – эскерһеҙ ярҙам, ысын тормош, ысын дуҫлыҡ, ысын хистәр... Киләсәктә, бәлки, тағы ла барырға тура килер, - тигән уй-кисрештәре менән уртаҡлашты оло йөрәкле волонтер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса булдырылды. 2024 йылдың ноябренән ЛХР-ҙың хәрби госпиталдәрендә 100-ҙән артыҡ волонтер булып ҡайтҡан.

Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас