Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Сентябрь 2025, 17:40

Өс районда яугирҙәрҙең торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы тикшерҙеләр

Яугирҙәрҙең торлаҡтарын тикшереү өсөн филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә аҙна һайын республика райондары буйлап йөрөй.

Өс районда яугирҙәрҙең торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы тикшерҙеләр
Өс районда яугирҙәрҙең торлаҡтарын яраҡлаштырыуҙы тикшерҙеләр

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы МХО ветерандарының торлағын яраҡлаштырыуҙы дауам итә. Яугирҙәрҙең торлаҡтарын тикшереү өсөн филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән берлектә аҙна һайын республика райондары буйлап йөрөй.

Ветерандарҙың торлаҡтарын яраҡлаштырыу сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы яугирҙәргә планшетҡа йәки смартфонға тоташтырылған «Аҡыллы йорт» системаһын ҡуя, кухня өсөн махсус мебель урынлаштыра, махсус һауыт-һаба һәм робот-саңһурҙырғыс менән тәьмин итә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн төтөн һәм газ датчиктары ҡуя.

Республиканың Балтас районында Радик Шакировтың һәм Илсур Хафизовтың торлаҡтарын тикшерҙеләр. Социаль координаторҙар уларға документтар әҙерләргә һәм торлаҡты яраҡлаштырыуға ғариза ебәрергә ярҙам итә, шунда уҡ эш башлана.

Радик Шакиров хәрби ҡаҙаныштары, фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены, бик күп миҙалдар һәм күкрәккә тағыла торған билдәләр менән бүләкләнә. Артабанғы реабилитация өсөн социаль координатор уға адаптив кейем алыу өсөн ғариза бирергә ярҙам иткән.

Илсур Хафизов хәрби ҡаҙаныштары өсөн Кавказдағы хеҙмәте өсөн отличие билдәләре, Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Суворов миҙалы һәм Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ул патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йәштәр менән теләп осраша. Социаль координаторҙар уға яурын протезын алыу өсөн документтар әҙерләргә ярҙам иткән.

МХО ветерандары, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы ҡарамағындағы Тәтешле районынан Феликс Зыятовҡа һәм Иглин районынан Виталий Карпенкоға кәрәкле документтар пакетын йыйырға һәм торлаҡты яраҡлаштырыуға ғариза ебәрергә социаль координаторҙар ярҙам итте.

Ветерандарҙың торлаҡтарына «Аҡыллы йорт» системаһы ҡуйыла. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар дәүләт фонды иҫәбенә. Ветерандарға әүҙем реабилитация өсөн адаптив кейем тәҡдим итәләр, ә Виталий Карпенкоға реабилитация, шифахана-курорт дауалау һәм диспансерлаштырыу мәсьәләләре буйынса консультация бирҙеләр.

МХО ветерандарының тормошо уңайлыраҡ буласаҡ - уларҙың йорттарында киң ишектәр, заманса аш-һыу бүлмәһе һәм ванна бүлмәһе, ышаныслы тотҡалар барлыҡҡа киләсәк, көнкүрештә «Аҡыллы йорт» технологияһы һәм тауыш ярҙамсыһы ярҙам итәсәк. Компьютер менән махсус эш урындары ла кәрәк буласаҡ.

Торлаҡты яраҡлаштырыу буйынса адреслы ярҙам - Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тормошҡа ашырған МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү программаһының мөһим өлөшө.

2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың сентябренә тиклем:
151 адаптацияға ғариза алынған.
Уларҙың 141-е тикшерелгән.
51 бина яраҡлаштырылған.

Текст авторы - Галина Морозова, фото – «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас