Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Октябрь 2025, 20:10

"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала

Ул МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйенләнгән.

"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала

"Ватанды һаҡлаусылар" фонды МХО ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүлә. Яңыраҡ "Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес академияһы" мәғариф программаһы старт алды. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, БР Кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды генераль директоры Элиана Сәитова ҡатнашты.

Руслан Хәбибов МХО ветераны Михаил Герасименкоға следж-хоккей менән шөғөлләнеү өсөн экипировка тапшырҙы. Михаил Иванович следж-хоккей буйынса йыйылма команданың ағзаһы булып тора. Ул "Батырлыҡ өсөн", "МХО ҡатнашыусыһы" миҙалдары менән бүләкләнгән. Фондтан адаптив кейем комплектын Рөстәм Кәримов алды. Рөстәм Рауил улы Шайморатов, Суворов миҙалдары менән бүләкләнгән, "Башҡортостан геройҙары" проекты финалисы булып тора. Рөстәм Хәбибов билдәләүенсә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡҡа ла йәлеп итеү мөһим.

- МХО ветерандары - көслө егеттәр. Бөгөн беҙ старт биргән академия уларҙы бизнес алып барырға өйрәтәсәк. Киләсәктә эшҡыуарлыҡты һайламаһалар ҙа, алған белемдәренең файҙаһы ҙур буласаҡ, - тип иҫәпләй Руслан Таһир улы.

- Уҡытыу дистанцион форматта алып барыласаҡ, тимәк, унда төрлө район-ҡалаларҙан да ҡатнаша аласаҡтар. 26 райондан 100-ҙән ашыу кеше ғариза бирҙе лә инде, - ти "Ватанды һаҡлаусылар" фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Ҡатнашыусылар теоретик белем алғас уларға эшҡыуар булған остаз беркетеләсәк. "Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" - ул "Бизнес эшлә" һәм "Бизнес-ынтылыш: эшҡыуарлыҡты үҫтереү курсы" акселерация программалары нигеҙендә эшләнгән комплекслы мәғариф курсы. Унда эксперттар булып Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты, ӨДНТУ уҡытыусылары, бизнес-тьюторҙар, шулай уҡ төбәк министрлыҡтары етәкселәре сығыш яһаясаҡ. Программаға үҙ эшеңде асыу һәм уңышлы алып барыу өсөн көнүҙәк темалар ингән. Ҡатнашыусылар эш башлау һәм алып барыу өсөн практик белем аласаҡ, баҙарҙы анализлап, клиенттар табырға, команда төҙөргә, проекттар яҡларға өйрәнәсәк.

"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
"Үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәр" бизнес-академияһы" мәғариф программаһы старт ала
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас