Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, ирекмән Гөлмирә Йәмил ҡыҙы был йылы билбауҙарҙы 1600-гә яҡын яугирҙең алыуын, егеттәрҙең һәр береһе шуның аша беҙҙең күмәк ярҙамды, иғтибарҙы тойоуы хаҡында һөйләне: "Был бүләк йылы әйбер генә түгел, ә беҙҙең берҙәмлектең һәм көстөң билдәһе. Әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән яугирҙәребеҙгә ышаныс һәм ҡеүәт биргән һәр кемгә рәхмәт! Күмәкләгән - яу ҡайтарған! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"- тине ирекмән.
Билбауҙан тыш ҡыҙҙар яугирҙәргә тыуған яҡтың хуш еҫле үләндәренән сәйҙәр, бетеүҙәр ҙә әҙерләй.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Фотоһүрәттәрҙә:
Юнир Байморатов бүләкте ҡыуанып ҡабул итте (автор фотоһы);
Гөлмирә Бикбулатова Ярмунса ауылынан Бишҡурай ҡушаматлы яугирҙең әсәһенә улы өсөн билбау тапшыра.