Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
14 Октябрь 2025, 16:00

Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй

Бында күптәр инвалид коляскаһында киләләр, ә Благовещен ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Юнир Камалетдинов "тимер атында" килә.

Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй
Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй

Юнир - яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле ир-егет, 6-сы разрядлы универсал-токарь. Мотоцикл - уның йәшәү рәүеше. Үҙен белгәне бирле ошо "тимер ат"та йөрөй.

Махсус хәрби операция Юнир тормошона үҙ төҙәтмәләрен индерә – Бахмут йүнәлешендә хәрби бурысын үтәгәндә ул мина шартлап, аяғын юғалта.

"Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһы" акционерҙар йәмғиәтенең "Өфө" филиалында Юнир Камалетдиновҡа яңы заманса протез – микропроцессорлы идара итеүсе аяҡ протезы эшләйҙәр. Юнир әйтеүенсә, протезда йөрөүе аяҡһыҙ булыуға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.

- Ябай протезда хәрәкәт итеүе насарыраҡ булды. Был йәһәттән хәҙер уңайлылыҡ тоям. Мотоцикл менән дә идара итә алам, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша МХО ветераны.

Юнир Камалетдиновҡа протез алырға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙам итә. Ул Благовещен ҡалаһында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы социаль координаторы Елена Фоменко менән даими хеҙмәттәшлек итә.

- Быларҙың барыһын да фонд иҫәбенә алдым. Шылтыратыуымды көтмәйҙәр, ә үҙҙәре шылтырата. Әгәр яңылыҡ булһа, шунда уҡ хәбәр итәлр, – тип асыҡлыҡ индерә Юнир.

Хәҙерге протездарҙы заманса ныҡлы материалдарҙан эшләйҙәр, шуға күрә ҡулланыусы әүҙем хәрәкәт итә ала.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, фонд эҙмә-эҙлекле рәүештә МХО ветерандарын реабилитациялауҙың комплекслы системаһын төҙөй, шул иҫәптән ампутацияға дусар булғандар әүҙем тормош алып барыу, эшләү, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә булһын өсөн.

- Башҡортостанда беҙ юғары технологиялы әйберҙәр менән протезлау, психологик ярҙам, протез алды диагностикаһы һәм медицина реабилитацияһы алыу, шулай уҡ протездарҙы ҡулланырға өйрәтеү мөмкинлеге булған протез предприятиелары менән эшләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина.

"Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһы" акционерҙар йәмғиәтенең "Өфө" филиалында яңы ватан һәм сит ил технологик эшләнмәләре файҙаланыла. Бөтә әйберҙәрҙең сифаты тейешле сертификаттар, теркәү танытмалары һәм санитар-эпидемиологик һығымталар менән раҫланған.

Текстың авторы: Галина Морозова.
Фото авторы: ЦУР, Марина Викторова.

Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй
Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй
Протез менән яратҡан мотоциклында ла елдереп йөрөй
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас