Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Октябрь 2025, 09:00

Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте

Клуб ултырыштары ай һайын үтәсәк.

Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте

Мәләүез районы буйынса кадрҙар үҙәгендә халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойошторған ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте. Сара ведомство-ара хеҙмәттәшлек форматында үтте.

Спикер булараҡ район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы, махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Рөстәм Магама улы Гянджаев сығыш яһаны.

Ултырыш сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарына, яугирҙәргә медицина реабилитацияһынан һәм психологик ярҙамдан алып ҡайтанан уҡытыу программаларына, эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүгә һәм хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тиклем ярҙам саралары тураһында тулы мәғлүмәт бирелде. Осрашыуҙа һәр демобилизацияланған яугир өсөн һаулығын тергеҙеүҙән алып эшкә урынлашыуға тиклем шәхсән маршрут төҙөү тураһында уртаҡ фекергә килделәр.

Клуб ултырыштары ай һайын үтәсәк. "Беҙ был клубҡа һәр ваҡыт килеп, уларҙы борсоған һорауға яуап табырға һәм ярҙам алырға мөмкин булған урын булырына ышанабыҙ», - ти Мәләүез районы буйынса кадрҙар үҙәге директоры Юлиә Мырҙабулатова.

Яу аша үткән был егеттәр хәҙер тыныс тормошта үҙ урынын табырға тейеш. Һәм был хәлдә улар яңғыҙ түгел. Был башланғыс уңышлы булыр тип уйлайбыҙ, сөнки  иң мөһим аҙым - бер - береһенә ҡаршы аҙым-инде эшләнгән.

Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Мәләүездә ирҙәр клубының беренсе ултырышы үтте
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас