Дөйөм Рәсәй #МЫВМЕСТЕ үҙ-ара ярҙам итеү акцияһына көндән-көн күп кеше ҡушыла. Республикабыҙҙан да махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүселәр күп.
Был изге ғәмәлдән дәүләкәндәр ҙә ситтә ҡалмай: улар яугирҙәргә ярҙам итеүен дауам итә. Балалар – үҙ ҡулдары менән эшләнгән открыткаларҙы, һүрәттәрҙе, хаттарҙы, өлкән йәштәге ҡатындар күҙ нурҙарын һалып бәйләгән ойоҡбаштарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе гуманитар ярҙам йыйылған штабҡа илтә. Был изге эштә эшҡыуарҙар, ойошмалар, коллективтар һәм предприятиелар әүҙем ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла һәр көн еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә.
Фотолар: Дәүләкән районы хакимиәте.
Автор - Айһылыу НИЗАМОВА.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan