Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
1 Ноябрь 2025, 15:56

Радий Хәбиров - “Беренсе тирмә” проекты хаҡында

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә “Беренсе тирмә” проекты ирекмәндәре тураһында һөйләне.

Улар бына бер йыл инде Луганскиҙағы госпиталдә дауаланған беҙҙең яугирҙәр тураһында хәстәрлек күрә. Эштә ял һорап, ғаиләләренең ризалығын алып, диңгеҙ буйына түгел, ә ярҙамға мохтаж Ватан һаҡсыларына янына ашыға улар. Сменалар икешәр аҙна дауам итә, бер төркөмдө икенсеһе килеп алмаштыра.

“Бөгөн МХО биләмәһенә инде 25-се ирекмәндәр бригадаһы китте, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы. – Йыл эсендә унда республиканың 32 ҡала-районынан 186 ҡатын-ҡыҙ барҙы. Бөрө медицина колледжында уҡып йөрөгән егеттәр ҙә бар. Унда барырға теләүселәрҙән сират торған һайын үҫә”.

Республика Башлығы республика халҡы исеменән ирекмәндәргә шундай мөһим, кәрәкле һәм физик яҡтан да, эмоциональ йәһәттән дә ябай булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уны “беҙҙең буласаҡ уртаҡ еңеүгә индергән ҙур өлөш” тип баһаланы.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Читайте нас