Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Декабрь 2025, 08:10

Башҡортостан йылыһын алып килделәр

Яугирҙәр бүләк алып ҡыуанды.

Башҡортостан йылыһын алып килделәр
Башҡортостан йылыһын алып килделәр

Дин әһелдәре Хәмзә Хафизов менән Виктор Иванов йәнә махсус хәрби операция зонаһына яугирҙәр эргәһенә юлланды. Улар гуманитар ярҙам алып килде. Тәү сиратта кәрәкле әйберҙәрҙән, йылы кейем-һалымдан тыш, хәрбиҙәргә яңы йыл бүләктәрен дә тапшырҙылар. Мәҫәлән, “Медведь” позывнойлы яугиргә һәм уның иптәштәренә ҡаҙ килтергәндәр.

– Беҙ һеҙгә Яңы йылға ошо ҡаҙҙы тапшырабыҙ. Насип итһә, Яңы йыл байрамынан һуң да күрешербеҙ. Һау булығыҙ. Тыуған яҡҡа иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ, - тине яугирҙәргә Хафизов.

Алһыу Муллахмәтова.

Автор фотоһы.

Тепло Башкирии: священнослужители привезли в зону СВО посылки к Новому году

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас