Былтыр 11 февралдә Өфөлә махсус хәрби операция ветераны Радик Йосоповҡа яңы Lada Granta автомобиле асҡысы тапшырылғайны.
Һуңғараҡ автокүтәргес тә бирҙеләр. Коляска бер ауырлыҡһыҙ машина ҡыйығына урынлаштырыла, салонда йәки багажникта урын биләмәй. Был изделие бөтә кәрәкле һынауҙарҙы үткән, уның сертификаты һәм бер йылға завод гарантияһы ла бар.
«Багажник менән файҙаланыу бик уңайлы, коляска бысранмай һәм салонда урын биләмәй», - тип дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, «Башҡортостан» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге директоры урынбаҫары Ирек Зарипов.
Йыйылған колясканы күтәреү һәм төшөрөү 45 секунд ҡына ала.
”Хәҙер транспорт менән файҙаланыу тағы ла уңайлыраҡ”, - ти ҡышҡы спорт төрөн үҙ иткән яугир.
Яңыраҡ 15 февралдә Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты һәм беренселеге үткәйне. Күмертау ҡалаһынан «Вымпел» спорт үҙәге спортсылары составында Радик Йосопов та ярышта ҡатнашырға үҙ машинаһында барҙы һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ҡул аҫтында машинаның булыуы шундай ярыштарға йөрөргә ҡулай!