Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Апрель , 21:20

‎“Автомат урынына - пульт”

2025 йылдың ноябрендә Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы хәрби ғәскәр барлыҡҡа  килде. Кемдәр пилотһыҙ осоу аппараттары системаһы операторҙары була ала, был маҡсатта төҙөлгән контракттың ниндәй үҙенсәлектәре һәм өҫтөнлөктәре бар? Был хаҡта Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссар Рөстәм Вәлитов һөйләне.

‎“Автомат урынына - пульт”
‎“Автомат урынына - пульт”

2025 йылдың ноябрендә Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы хәрби ғәскәр барлыҡҡа  килде. Кемдәр пилотһыҙ осоу  аппараттары системаһын операторҙары була ала, был маҡсатта  төҙөлгән  контракттың ниндәй үҙенсәлектәре һәм өҫтөнлөктәре бар? Был хаҡта  Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссар Рөстәм Вәлитов һөйләне. ‎

- Рөстәм Урал улы, пилотһыҙ осоу аппараттары системаларының Рәсәй армияһындағы роле тураһында һөйләгеҙ әле.

‎ - Был төр ғәскәрҙәрҙе булдырырға ҡарар итеү заманса талаптарға яуап булып тора, сөнки дрондар хәрби бурыстарҙың 70 процентҡа тиклемен башҡара. Бөгөнгө шарттар күрһәтеүенсә, пульт менән  идара итеүсе һалдат автомат тотҡан һалдаттан һөҙөмтәлерәк, һәм пилотһыҙ системалар һуғыш майҙанында хәрби бурыстарҙан тыш, йөк ташыу, эвакуация, бәйләнеш һәм ретрансляция кеүек күп төрлө бурыстарҙы хәл итә ала.

‎ - Кемдәр пилотһыҙ осоу аппараттары системалары операторҙары була ала? Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү өсөн талаптар ниндәй?

‎ - Эйе, һайлап алыуҙы һәр кем үтә алмай. Пилотһыҙ системаларҙа хеҙмәт итергә теләгән кандидат бер нисә талапҡа яуап бирергә тейеш. Беренсенән, буласаҡ яугирҙең хәрби хеҙмәткә тулыһынса яраҡлы булыуы шарт, был хәрби билетта «А» һәм «Б» категориялары менән билдәләнә. Шулай уҡ хәрбиҙең яуаплылыҡҡа тарттырылмаған  һәм психологик яҡтан тотороҡло булыуы мөһим. БПЛА операторы вазифаһына 18 - 35 йәшлек егеттәр һайлап алына, уларҙың  компьютерҙы яҡшы белеүенә иғтибар ителә. Был төр ғәскәрҙәрҙә онлайн уйындар менән мауыҡҡан һәм киберспорт менән шөғөлләнгән кешеләр бигерәк тә баһалана. Был хеҙмәт һанлы донъя шарттарында үҫкән һәм заманса технологияларҙы яҡшы белгән йәштәрҙе, әлбиттә, үҙенә тарта. Әммә БПЛА хеҙмәтендә водитель, медицина хеҙмәткәре, элемтәсе йәки ашнаҡсы кеүек башҡа һөнәрҙәр ҙә бар. Был һөнәрҙәр өсөн 35 - 45 йәшлек граждандар һайлап алына. Шуға иғтибар итергә  кәрәк: пилотһыҙ системаларҙа хеҙмәт иткән хәрбиҙәр, үҙҙәре  теләһә, бер йыл үткәс, Ҡораллы Көстәрҙән китә ала. Был шарт контрактта асыҡ яҙылған, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙе пилотһыҙ осоу аппараттары системаһынан башҡа подразделениеларға уның рөхсәтенән тыш күсереүҙе тыйған пункт та бар. Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң һалдаттар илдең уҡыу үҙәктәрендә өс айлыҡ уҡыу үтә.

‎ - Пилотһыҙ осоу аппараттары системаларында хеҙмәт итергә теләүсе йәштәр өсөн тағы ниндәй өҫтөнлөктәр бар?

‎ - Мәҫәлән, был төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә ҡарар иткән студентты алайыҡ. Уның академик ял алыу һәм контракт төҙөү мөмкинлеге бар. Әгәр уның уҡыуы түләүле булһа, хеҙмәттән һуң ул бюджет бүлегенә күсеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә буласаҡ, был иһә уға бөтә тейешле льготалар ҡарала тигәнде аңлата. Хәҙерге ваҡытта махсус  хәрби  операция ҡатнашыусылары өсөн төбәк  һәм федераль  кимәлдәге күп кенә ярҙам саралары бар. Шулай уҡ был уникаль һәм перспективалы һөнәрҙе өйрәнеүҙең киләсәктә лә кәрәк булыуы бар.  Был тәжрибә хәрби хеҙмәттә генә түгел, ә гражданлыҡ тормошонда ла талап ителә - мәҫәлән, көс структураларында һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында, шулай уҡ төрлө иҡтисад тармаҡтарында. ‎Контракт хеҙмәте буйынса һорауҙар менән йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. ‎

- Рөстәм Урал улы, мәғлүмәт өсөн рәхмәт. ‎ 

Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА әңгәмәләште.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас