Беҙҙең яугирҙәр яҡлаулы

Башҡортостан шифаханаларында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулығын нығыта. 

Беҙҙең яугирҙәр яҡлаулыБеҙҙең яугирҙәр яҡлаулы
Беҙҙең яугирҙәр яҡлаулы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙеләр.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов республикала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса күп кимәлле система төҙөлөүе хаҡында иҫкә төшөрҙө. Ул федераль хеҙмәттән алып муниципаль хеҙмәттәргә тиклем 99 сараны һәм хеҙмәтте үҙ эсенә ала. Төбәк исемлегендә тормоштоң бөтә өлкәләрен тиерлек үҙ эсенә алған 55 позиция бар.

Мәҫәлән, МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәргә эшкә урынлашыуҙа ярҙам итәләр. Уларҙың 75 проценттан ашыуы эш тапҡан да инде. Ветерандарҙың 25,6 проценты реабилитация, демобилизацияланған хәрбиҙәрҙең 32,3 проценты диспансеризация үткән.

Шифахана-курорт дауалауы популяр ярҙам сараһы булып ҡала. Республика шифаханаларында туғыҙ меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр һәм уларҙың туғандары ял иткән. Шулай уҡ төбәктә “Талҡаҫ” шифаханаһы базаһында республика реабилитация үҙәген булдырыу буйынса эш алып барыла.

Махсус хәрби операция ветерандары физик культура менән шөғөлләнеү өлкәһендә әүҙем ярҙам ала. Республиканың Спорт министрлығы муниципалитеттар менән берлектә бушлай йөрөү өсөн 146 спорт объекты исемлеген раҫланы. Шулай уҡ Өфөлә Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә шөғөлдәрҙең махсус графигы раҫланған.

Вице-премьер билдәләүенсә, махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары мөһим роль уйнай, улар республикала – бөтәһе 131. Филиал ҡарамағында 3,5 меңдән ашыу МХО ветераны һәм 28 меңгә яҡын ғаилә ағзаһы бар.

Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамент булдырылды. Шулай уҡ республикала төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм эшләй – Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппаратында туғандары өсөн контакт офисы эшләй, мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеүҙе Республикаға идара итеү үҙәгенең Ситуация үҙәгендә лә ойошторғандар.

Республикала хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға йәмәғәт ойошмалары – Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитетының төбәк бүлексәһе, МХО ветерандары ассоциацияһы ярҙам күрһәтә.

– 29 районда һәм ҡалала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәктәре эшләй. 2026 йылда бөтә муниципалитеттарҙа ла ошондай учреждениелар асырға ниәтләйбеҙ, – тип өҫтәне Руслан Хәбибов.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һөҙөмтәле ярҙамдың комплекслы системаһын булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн предприятиеларға квоталар биреү буйынса ярҙам сараларының береһен тикшерергә тәҡдим итәм. Был йүнәлешкә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас