Ветеранға уңайлы булһын өсөн

Фатирында уңайлы шарттар булдырылған.

Ветеранға уңайлы булһын өсөнВетеранға уңайлы булһын өсөн
Ветеранға уңайлы булһын өсөн

Махсус хәрби операция яугирҙәре һәр тарафтан да иғтибар үҙәгендә. Бүздәк районында ла был йәһәттән эш ныҡлы ҡуйылған. “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Бүздәк районындағы социаль координаторы Гөлфиә Ғабдрафиҡова ошо йәһәттән алып барылған эштәрҙең береһе тураһында һөйләне.

Бүздәк районында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны Рузил Рөстәмовтың  торлағы күптән түгел үҙгәртеп ҡоролған. Махсус хәрби операциянан ҡаты яралар алып ҡайтҡан яугиргә яңы шарттарға күнегеп йәшәп китеүгә булышлыҡ итә.

Махсус хәрби операцияға киткәнсе яугир “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Бүздәк юл ремонтлау-төҙөү идаралығында юл эшсеһе булып хеҙмәт итә. Ул ваҡытта уҡ коллективында тырыш хеҙмәте, эшкә яуаплы мөнәсәбәте менән  ихтирам яулай. 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға юллана.

Яу юлы еңелдән түгел. Бүздәк яугире ҡаты яраланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауалана, һуңынан хәрби хеҙмәттән азат ителә. Махсус хәрби операцияла булған осорҙа күрһәткән батырлығы өсөн наградаларға ла лайыҡ була. Рузил Илдус улы Ҡаһарманлыҡ ордены, Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә. Тыныс холоҡло, яуаплы ветеран бөгөн дә ауылдаштарының хөрмәтен тойоп йәшәй, 2024 йылда ул Бүздәк районы советы депутаты итеп һайлана.

Ул - өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Альбина Радик ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйҙәр. 

Ветеранды яҡташтары иғтибарҙан өҙмәй.  Социаль координатор Гөлфиә Ғабдрафиҡова ветеранға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Уның булышлығында ветеран үҙәк район дауаханаһында дауаланыу үтә, инвалидлыҡ алыу йәһәтенән документтарҙы  әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Тейешле түләүҙәр ҙә  яйға һалына. Операция, реабилитация үткәндә лә яугир терәк-таяныс тоя. Шифахана-курорт дауаланыуы өсөн документтар йыйғанда, юлламаны хәстәрләгәндә лә Гөлфиә Ғабдрафиҡованың хәстәрен тоя. Ветеран 2024 йылда “Янғантау” шифаханаһында һаулығын нығыта.

Яуҙы кискән ветеранға утын менән дә, адаптив кейем алғанда ла ярҙам күрһәтәләр. Социаль координатор уны барлыҡ сараларға йәлеп итә. Ватанды һаҡлаусылар көнө, Еңеү байрамы, “Хәтер шәме” акцияһы һәм башҡа сараларҙың хөрмәтле ҡунағы  махсус хәрби операция ветераны.

Яугирҙең йортон уңайлы итеү буйынса ла ҙур эш башҡарылған.   “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйыла: Алиса колонкаһы, смартфон, аҡыллы розеткалар, һыу ағыу датчиктары көйләнә. Компьютер өҫтәле, күп функциялы кресло МХО ветераны уңайлылығы өсөн ҡорола. Ветерандың фатиры робот-саңһурғысҡа көйләнә,  аҙыҡ әҙерләү өсөн ҡулайламалар, төтөн, газ датчиктары менән йыһазландырыла.

Махсус эш өҫтәлен ҡороуҙы яугир күптән көтә. Һаулыҡ торошо арҡаһында элекке эш урынына ҡайта алмау сәбәпле, ул мәшғүллек үҙәгендә уҡыу үтергә, башҡа эшкә урынлашырға тигән   маҡсат ҡуйған.

Һынауҙар алдында юғалып ҡалмаған Бүздәк яугире һоҡланыу ҙа, ғорурлыҡ та уята. Алға билдәләгән ниәттәре тормошҡа ашһын.

 Филиалдың архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас