Изге ниәттәр менән

Замандаштарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе изге бурысы тип һанай.

Изге ниәттәр менәнИзге ниәттәр менән
Изге ниәттәр менән

Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү кеүек дөйөм эштән ситтә ҡалмай. ‎Улар даими рәүештә туҡмас киҫеп, ҡорот киптереп, тәм-томдар әҙерләп, маскировка селтәрҙәре үреп, адреслы посылкалар ебәрә. ‎

Яңыраҡ "Йомран апайҙары" төркөмө ҡыҙҙары Нурия Мөхәмәтшина өйөндә йыйылды. Улар был юлы яугирҙәрҙе 70 йомортҡа ҡулланып баҫҡан ҡамырҙа бешерелгән бауырһаҡ менән ҡыуандырырға булды.

Изге ниәттәр менән бешерелгән ризыҡ ил һаҡсыларына барып етеп, тыуған яҡ йылыһын еткерһен! ‎

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас