Һәр һалдат өсөн шатбыҙ

Айырыуса малайҙар сынығып үҫергә тейеш.

Һәр һалдат өсөн шатбыҙҺәр һалдат өсөн шатбыҙ
Һәр һалдат өсөн шатбыҙ

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдаттар өсөн барыбыҙ ҙа шат, уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ватан һаҡсыһы Фәдис Сәғитов Йылайыр районының башҡорт гимназияһында һәм Н. Р. Иреков исемендәге урта мәктәптә Батырлыҡ дәресе үткәргән.

– Бәләкәйҙән сынығып үткәндәр бер ниндәй ҙә ауырлыҡтан да ҡурҡмай, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңел йырып сыға, – тип һөйләй Фәдис Сәғитов. – Айырыуса малайҙар сынығып үҫергә тейеш, физик яҡтан ныҡ һәм көслө булһындар ине.

Ил һаҡсыһы балаларға махсус хәрби операциялағы хәл-торош һәм яуҙаштары тураһында ла һөйләгән.

Фәдис Сәғитов билдәләүенсә, һалдаттар үҙ-ара ныҡ татыу, бер-береһенә ифрат теләктәш. Уларҙың һәр береһе менән ҡурҡмайынса разведкаға барырға мөмкин.

Әлбиттә, ҡыҙ һәм малайҙар яҡташтарына һорауҙарҙы күп яуҙырған. Яугир барыһына ла төплө яуап биргән.

 

Фото: Борис Мелкоедов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас