"КБ" ҙур маҡсаттар менән йәшәй

Район етәкселеге һәр ваҡыт ярҙам итә.

"КБ" ҙур маҡсаттар менән йәшәй"КБ" ҙур маҡсаттар менән йәшәй
"КБ" ҙур маҡсаттар менән йәшәй

Айҙар Кашапов махсус хәрби операция башланғанға хәтлем Салауат районының үҙәге Малаяҙ ауылындағы "Красное-Белое" магазинында эшләгән. 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Һаулығына бәйле, Ватан һаҡсыһын тыуған яғына ҡайтарғандар.

Айҙар Элмар улы район етәкселегенең даими иғтибар үҙәгендә. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов белдереүенсә, махсус хәрби операцияға, МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.

"КБ" позывнойлы Ватан һаҡсыһы Малаяҙ ауылынан йорт һатып алған, электромобиле бар. Ул әйтеүенсә, район етәкселегенә ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт итмәһен, улар һәр ваҡыт ярҙам итә.

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас