

“Махсус хәрби операция башланғас, урындағы халыҡты дауалау маҡсатында күп аҡ халатлылар Луганск Халыҡ Республикаһына барырға теләк белдерҙе. Хеҙмәттәштәрем араһынан тәүгеләрҙән булып Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы баш лор-врачы Артур Мөғәллимов барып эшләп ҡайтты. 2022 йылдың сентябрендә мин дә ғариза яҙҙым. Беренсе смена өс айға һуҙылды. Ул яҡта дауалаған ваҡытты бергә иҫәпләһәң, йәмғеһе бер йыл тирәһе килеп сыға ”, - ти ул. Красный Лучта Әлфәрит Мәҙхәт улы бригада етәксеһе булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү процесын күҙәткән һәм белгестәрҙең эшен координациялаған, сурдолог, оториноларинголог сифатында ҡабул иткән, шулай уҡ яраланған яугирҙәрҙе дауалаған. Табип әйтеүенсә, бөгөн кемдер матди байлыҡҡа ҡыҙыһынһа, Луганск, Донецк халҡы ихласлыҡ, үҙ-ара ярҙам, яҡшы мөнәсәбәттәр һәм рухи ҡиммәттәр менән йәшәй. “Урындағы халыҡ Советтар Союзы осоронан врачтарҙың хеҙмәтләндереүен күрмәгән. Дауаханалар ҙа, юлдар ҙа – бер нәмә юҡ. Аҡ халатлыларҙың дауалағанына улар бик рәхмәтле. Бер тапҡыр Красный Лучта ҡолағына зарланған ҡатын ҡабул итеүгә килде. Ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәнгә күрә, беҙ ваҡытында онкологик шеште асыҡланыҡ. Хәҙер ул һау - сәләмәт, һуңынан рәхмәт әйтергә килде", - тип һөйләй табип.
Кешеләргә ярҙам итеү теләге һәм табип булыу хыялы Әлфәриттә бала саҡтан уҡ тыуған. Кушнаренко районы егете башта медицина колледжында фельдшерлыҡҡа уҡый, һуңынан Өфө дәүләт медицина университетында белем ала. 2019 йылда юллама буйынса уны Мәләүез ҡалаһына эшкә ебәрәләр. "Үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтерә алмайым. Медицина эшмәкәрлеген ашығыс медицина ярҙамы буйынса реанимация күсмә бригадаһы санитары вазифаһында башланым, был ваҡыт эсендә күп нәмә күрҙем. Әммә минең өсөн медицинанан яҡшыраҡ – бер өлкә лә юҡ", - ти белгес.
Хәрби-ялан шарттарында - һауанан атака, шартлауҙар яңғырап торғанда урындағы халыҡтың, яугирҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу еңелдән бирелмәй: табип 13 килограмға ябыҡҡан. Ғаиләһенән алыҫ булыуына ҡарамаҫтан, Әлфәрит Йосопов коллегаларынан ярҙам һәм яҡындары аңлауҙан көс һәм илһам тапҡан. Буш ваҡыт килеп сығыу менән белемен камиллаштырған, китаптар, медицина әҙәбиәте уҡыған. Ғаиләһе менән интернет аша бәйләнештә торған, барлыҡ ваҡиғалар хаҡында белергә тырышҡан. “Беренсе тапҡыр барғанымды атай-әсәйемдән йәшерҙем. Яңы йыл алдынан Республика Башлығы Радий Хәбиров килеп аҡ халатлыларға рәхмәтен белдергәйне. Зәңгәр экрандар аша туғандарым һәм атай-әсәйем күреп ҡалып, “аһ” иткән,- ти.
Әлфәрит Мәҙхәт улы ЛНР-ға барып ҡайтҡас “Айламед” медицина үҙәге асып, лор-врач, сурдолог, ишетеү протезисы булараҡ халыҡты дауалай. “Беҙҙә күп йүнәлешле врачтар ҡабул итә, анализдар тапшыра. Махсус хәрби операцияла контузия алғандарҙың күбеһе ишетеү һәләте насарайыуына зарлана. Ватан һаҡсылары булараҡ уларҙы дауалағанда ташлама яһайым”, - ти ул.
Үҙен аямай халыҡ сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт иткән Әлфәрит Йосопов Лука Крымский миҙалы, “Мәрхәмәтлек” ордены менән бүләкләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары һөнәри оҫталығы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн хәрби хәрәкәттәр ветеранына Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы тапшырған. Үҙен кеше сәләмәтлеген хәстәрләүгә бағышлаған яҡташыбыҙға һәм уның ғаиләһенә беҙ ҙә именлек, тормош юлында уңыштар һәм күңел түренән сыҡҡан тик изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.