Барыһы ла Еңеү өсөн
4 Августа , 08:00

Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Федоровка районының ике яугиренә Батыр ауылында  мемориаль таҡтаташ асылды  

Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылдыБатыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды

 Илде һаҡлап һалдат бурысын үтәгәндә башын һалған Марат Шаршанғәле улы Нәүмәтов менән Алмаз Риф улы Халиҡов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыуға арналған тантаналы митинг үтте.

Марат һәм Алмаз кеүек ысын геройҙарҙың беҙҙең менән бергә йәшәүен аңлап та етмәйбеҙ. Яугирҙәр беҙҙең тыныс киләсәк өсөн ғүмерен биргән. Уларҙың батырлығы мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ, ә мемориаль таҡтаташ уларҙың ҡылған батырлыҡтары тураһында һөйләйәсәк.

Марат Нәүмәтов менән Алмаз Халиҡовты хөрмәтләү өсөн район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре, ауыл халҡы, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары, класташтары, яугирҙәрҙең яҡындары һәм туғандары килде.

“Бөгөн беҙ дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн махсус хәрби операция биләмәһендә башын һалған яугирҙәр хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Улар тураһында иҫтәлек мәңге йәшәргә тейеш һәм беҙ киләсәк быуындарҙы шундай геройҙар өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ һәм уларҙың ғаиләләренә тәрән ихтирам менән мөрәжәғәт итәбеҙ, - тине Федоровка районы муниципаль район советы секретары Илһам Баҡыев  һәм Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Аҡсурин һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.

Ҡаһармандар хөрмәтенә мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Марат Нәүмәтовтың һәм Азамат Халиҡовтың туғандарына һәм яҡындарына бирелде. Йыйылыусылар һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә  алып, тере сәскәләр һалды.

Иҫтәлекле билдә һалдаттарҙың батырлығы, ҡаһарманлығы тураһында ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрәсәк. Уларҙың исемдәре Батыр ауылы, Федоровка районы, илебеҙ героик йылъяҙмаһының яңы битендә мәңгелеккә һаҡланасаҡ.

 

 

 

Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Батыр ауылы батырҙарына таҡтаташ асылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас