

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Башҡортостанда “Рәсәй өсөн” Халыҡ фронты” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тикшерелде. Дөйөм Рәсәй “Халыҡ фронты”ның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин ойошманың урындарҙа Рәсәй Президентының указдарының һәм йөкләмәләренең үтәлешен контролдә тотоуын дауам итеүен, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү менән шөғөлләнеүен һөйләне. Мәҫәлән, 2026 йылдың беренсе ярты йыллығында активистар МХО зонаһына 68 гуманитар ылау ебәрә (210 тонна йөк). 73 подразделение ярҙам ала. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә 25 автомобиль, шулай уҡ БПЛА, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү саралары, электр генераторҙары, маскировка селтәрҙәре, адреслы ғаризалар буйынса кейем һәм посылкалар тапшырыла.
Йәмәғәт ойошмаһы партнерҙары иҫәбендә – бөтә республика буйынса 120 ирекмәндәр төркөмө, шулай уҡ төбәк предприятиелары һәм учреждениелары. Улар араһында – Өфө “Масксети Щит Уфа”, “Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан”, Өфө районы Михайловка ауылының "Масксети Щит”, Федоровка районының “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ”, ВЭГУ Академияһы, Башҡортостан республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы коллективтары һәм башҡалар.
Бынан тыш, төбәк башҡарма комитеты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн консультациялар үткәрә. Көн һайын уларға түләүҙәр, документтар, медицина һәм социаль ярҙам, мәғлүмәт эҙләү һәм вәкәләтле органдар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр килә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров “Халыҡ фронты” эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Бөтә командағыҙға ҙур рәхмәт. Һеҙҙә бик күп эшлекле кешеләр бар. Активистар менән осрашыу ойошторорға тәҡдим итәм, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.