

Шундай осрашыуҙарҙың береһендә Мәләүез ҡалаһында 43 йәшлек Венера Хәсәноваға автомәктәптә уҡыу өсөн сертификат тапшырҙылар. Тормош иптәше махсус хәрби операцияға юлланғас, дүрт баланы яңғыҙына хәстәрләү Венера Роберт ҡыҙына еңелдән бирелмәй. “Ҡыҙҙарыма - 24, 13, улдарыма – 19 һәм 5 йәш. Кинйә улыбыҙҙың һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән. Шуға ла Өфө ҡалаһына реабилитация үтергә йыш йөрөйбөҙ. Һаҡлаусы, яҡлаусы ирем эргәлә булмағас, машина йөрөтөргә өйрәнергә мәжбүр булдым”, - ти ханым.
Яҙмышын үҙ ҡулына алған Венера зарланырға яратмай. Әсә кешенең балаларына булған мөхәббәте тауҙар күсерергә һәләтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.