

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева һәм район хакимиәте вәкилдәре составындағы комиссия һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған яугир-ветерандарҙың йорттарында булып, уларҙың хәлдәрен белде.
Был осрашыуҙарҙың төп маҡсаты - геройҙарыбыҙҙың көнкүрешен шарттарының уларҙың физик мөмкинлектәренә яраҡлаштырылған һәм уңайлы булыуын тикшереү.
- Беҙ өс ветераныбыҙҙың йортонда булдыҡ, уларҙың йәшәү шарттары менән таныштыҡ, аралаштыҡ һәр борсоған һорауҙарына яуап бирергә тырыштыҡ, - ти Ғәлиә Бикбаева.
Киләсәктә был ветерандарҙың өйҙәрендә "аҡыллы йорт" системаһын урынлаштырыу, эш өҫтәле һәм ноутбук менән тәьмин итеү, санузелды йыһазландырыу планлаштырыла. Ошо йүнәлештә һорауҙарға яуап алыу өсөн "Ватанды һаҡлаусылар" фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте.