Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентября , 04:30

Ирекмән БПЛА операторы булып яуға киткәйне

Бишенсе йыл барған махсус хәрби операция осоронда  бик күп яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән аралашырға тура килде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандары менән осрашып әңгәмәләшеү күңелде тетрәндерә, шул уҡ ваҡытта хәтерҙә уйылып ҡала...

Ирекмән БПЛА операторы булып яуға киткәйнеИрекмән БПЛА операторы булып яуға киткәйне
Ирекмән БПЛА операторы булып яуға киткәйне

Бишенсе йыл барған махсус хәрби операция осоронда  бик күп яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре менән аралашырға тура килде. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандары менән осрашып әңгәмәләшеү күңелде тетрәндерә, шул уҡ ваҡытта хәтерҙә уйылып ҡала.

Яңыраҡ беҙҙең һорау буйынса редакцияға баһадир кәүҙәле Андрей Б. килде. ”Мин ҡартөләсәйем менән ғорурланам”, - тине һәм Аграфена Григорьевна тураһында бәйән итте. Ҡарт өләсәһе 1920 йылда Харьков ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, завод хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанға эвакуациялана һәм бында Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кейәүгә сығып, Салауат ҡалаһында төпләнгән яҡыны балалар үҫтереп, ҡартайғансы яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә  көн итә. ”Ҡартөләсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндә, миңә һигеҙ йәш ине”, - ти яугир.

Мәләүез ҡалаһында мәктәпте тамамлағандан һуң егет кирбес заводында, унан вахта ысулы менән себерҙә эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла: Курск өлкәһенә гуманитар йөк ташый.

”Фашистарҙың ете ай дауамында Суджа ҡалаһын нимәгә әйләндергәнен күреп, ирекмән булараҡ ҡына ҡала алмағанымды аңланым”, - ти ул.

Бөгөн ул Мәскәү хәрби округының 71-се айырым пилотһыҙ системалар полкында хеҙмәт итә. “Минең бурысым булып парҙа эшләгән “беренсе”не ут менән яҡлау һәм яралыларҙы эвакуациялау инә”, - ти ул. Көн һайын үлемдең күҙенә ҡараған “Бурый” Ватаны, туғандары, илебеҙҙә тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерен бирергә  әҙер икәнен бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Еңеүселәр вариҫы бөгөн Ватанды ғына яҡлап ҡалмай, ҡарт өләсәһе эвакуацияланғанға тиклем йәшәгән һәм необандеровсылар иҙеүенән яфаланған ерҙәрҙе лә азат итә. Фронтовиктар араһында еңеүгә ышаныс ни тиклем көслө, тигән һорауға ул бер уйламай, беҙҙең олатай-өләсәйҙәр фашизмға ҡаршы торҙо, илде төҙөкләндерҙе, шуға күрә беҙ ҙә еңеп сығасаҡбыҙ, мотлаҡ еңербеҙ, тип яуапланы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас