Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Сентября , 06:00

Яугирҙәргә ҙур ярҙам булды

Стәрлебаш районының Айтуған ауылында йәшәүсе Рафаэль Мусин үҙенең шәхси «ВАЗ-2115» автомобилен яугирҙәргә тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙәргә ҙур ярҙам булдыЯугирҙәргә ҙур ярҙам булды
Яугирҙәргә ҙур ярҙам булды

Машинаға техник хеҙмәтләндереү үтергә һәм ҡатмарлы шарттарҙа ышаныслы хеҙмәт итһен өсөн тейешле әҙерлек эштәрен башҡарырға кәрәк буласаҡ.

Ватан етештергән машина беҙҙең яҡташтарға алғы һыҙыҡта хеҙмәт итәсәк, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов.

«Райондаштарыбыҙҙың берҙәмлеге, битараф булмауы һәм ысын эштәре — алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ өсөн ҡеүәтле терәк. Дөйөм эшкә индергән өлөшөгөҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәт», — тип яҙҙы Рөстәм Рахманғолов.

Бынан алда Стәрлебаш районынан махсус хәрби операция зонаһына ҙур күләмдә гуманитар йөк оҙатылғайны. Яугирҙәргә генераторҙар, автомобиль тәгәрмәстәре, йылы кейемдәр, электр ҡоралдары һәм хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн кәрәкле башҡа кәрәк-яраҡ еткерелде.

 

Фото: Рөстәм Рәхманғолов | Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль селтәренән

Сығанаҡ: "Башинформ" сайтынан.

Автор:Гөлсинә Йомағужина