Общие статьи
26 Сентября 2024, 15:30

Икенсегә әбейҙәр сыуағы көтөләме?

Синоптиктар түбәндәгеләрҙе хәбәр итә:  

Икенсегә әбейҙәр сыуағы көтөләме?Икенсегә әбейҙәр сыуағы көтөләме?
Икенсегә әбейҙәр сыуағы көтөләме?

Башҡортостанға икенсегә әбейҙәр сыуағы килә. Көндәр йылыта, тип хәбәр итә синоптиктар.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә ярашлы, аяҙ көндәр китә, икенсе аҙнаның башына тиклем йылыта.

Иртәгә - йома, 27 сентябрь, көндөҙ +15... +20 градус йылы, төндә 0...+5. Урыны менән ергә ҡырау төшә.

28 сентябрь, шәмбе, көндөҙ +17....+22 градус, төндә +3...+8 градус йылы. Урыны менән ҡырау төшөү ҡабатлана.

Шулай уҡ йәкшәмбе һәм дүшәмбелә лә тотороҡло йылы һауа температураһы һаҡлана.

Алмас Әмирханов фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас