

Сергей Дрегваль билдәләүенсә, Башҡортостан «Интер РАО» өсөн төп хеҙмәттәшлек итеүсе төбәктәрҙең береһе булып тора. Компанияның республикала эшләүсе электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 4,5 ГВт тәшкил итә.
- Беҙ электр станцияларын яңыртыу программаһын әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. 2029 йылға тиклем ҡеүәтте арттырыуҙы 100 МВт-ҡа еткерергә уйлайбыҙ. Был Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешен ресурстар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине«Интер РАО» компанияһының генераль директоры.
Радий Хәбиров Сергей Дрегвалгә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
– «Интер РАО» менән эшебеҙ яҡшы ойошторолған. Был беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ, йылылыҡ ресурстары менән тәьмин итеүсебеҙ, - тине Радий Хәбиров. –Йылылыҡ электр станцияларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2029 йылға тиклем инвестициялар күләме 27 миллиард һумға етәсәк – был бик етди күрһәткес.
Төбәк етәксеһе предприятиеның йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса эшен дә билдәләне.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Сергей Дрегвалгә Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.
Фотолар - Башҡортостан Башлығы сайтынан.