

Йыш ҡына хужабикәләр кер йыуыу машинаһынан насар еҫ килеүенә зарлана. Был еҫте ҡайһы бер көнкүреш химияһы менән дә бөтөрөп булмай.
Әммә был ябай ғына ысулды ҡулланғандан һуң, кер йыуыу машинаһы хуш еҫ кенә бөркөп торор.
Шулай итеп, барабанға 200 грамм сәй содаһы һалығыҙ. Кер йыуыу порошогы өсөн тәғәйенләнгән урынға бер стакан уксус ҡойоғоҙ. Шунан һуң 60 градусҡа көйләп, машинаны тоҡандырығыҙ. Һуңынан ҡоро сепрәк менән ҡоротоп алығыҙ.
Насар еҫтән ҡотолорһоғоҙ, ә барабан өр-яңы булып ялтырап китер.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!