Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Апрель 2023, 08:00

Кем ғәйепле?

Йылғаға дизель яғыулығы эләккән...

Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?

Федоровка районының «Юрматы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яғыулыҡ-майлау материалдары склады биләмәһендә металл һауыттан дизель яғыулығы ағып төшкән. Һөҙөмтәлә ул ташҡын һыуы менән бергә Һуҡайлы йылғаһына эләккән. Пугачев ауыл советы  етәкселегендә ауыл хужалығы предприятиеһы көсө менән урында нефть продукттарын ҡойоуҙы локализациялау һәм бөтөрөү, яғыулыҡ һыйҙырыштары периметры буйлап ҡаплау башланған. Район хакимиәте, Пугачев ауыл хакимиәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре ярҙамында бысранған биләмә тупраҡ менән күмдерелгән.

Бысранған һыуҙың күпмелер өлөшө яғыулыҡ-майлау келәте территорияһынан резерв һыйҙырышҡа һурҙырыла. Артабан улар утилләштереләсәк. Ваҡиға урынында Башҡортостан республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитетының күсмә лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре бысранған территориянан тупраҡ өлгөләрен алған. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә район ойошмаларының техникаһы йәлеп ителә, бысранған тупраҡты рекультивациялау буйынса эш ойошторола. Ирегән һыуҙың бысранған участкаға эләгеүен булдырмау өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Ваҡиға урынында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған, ер ҡаҙыу техникаһы беркетелгән.

Фото интернеттан.

https://vk.com/venernasretdinov

Кем ғәйепле?
Кем ғәйепле?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: