Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Апрель , 20:35

Башҡортостан халҡынан һыу баҫыу тураһында 900-ҙән ашыу хәбәр килгән

-112 системаһына 61 муниципалитеттағы биләмәләрҙе һыу баҫыуы тураһында 900-ҙән ашыу хәбәр килгән. Юлдар һәм күперҙәр ташҡынға алдан әҙерләнмәгән. Йылғаларҙың тығынға хәүефле участкалары булған бөтә райондар ҙа тейешле кимәлдә иҫкәртеү саралары үткәрмәгән һәм был боҙ тығынына килтергән. Мәсьәләне республика кимәлендә оператив хәл итергә һәм шартлатҡыс эштәр башҡарыу өсөн хәрбиҙәрҙе йәлеп итергә тура килде, – тип белдерҙе Премьер-министр.

Башҡортостанда яҙғы ташҡын барышын Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә төбәк Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә тикшерҙеләр. Министрҙар кабинеты башлығы ағымдағы йылда ташҡын менән бәйле хәлдең еңел булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала йылғаларҙы асылыу процесы норманан 5-8 көнгә алдараҡ булған. Бер үк ваҡытта тотороҡло плюс температура урынлаша, ҡар әүҙем ирей башлай.

-112 системаһына 61 муниципалитеттағы биләмәләрҙе һыу баҫыуы тураһында 900-ҙән ашыу хәбәр килгән. Юлдар һәм күперҙәр ташҡынға алдан әҙерләнмәгән. Йылғаларҙың тығынға хәүефле участкалары булған бөтә райондар ҙа тейешле кимәлдә иҫкәртеү саралары үткәрмәгән һәм был боҙ тығынына килтергән. Мәсьәләне республика кимәлендә оператив хәл итергә һәм шартлатҡыс эштәр башҡарыу өсөн хәрбиҙәрҙе йәлеп итергә тура килде, – тип белдерҙе Премьер-министр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, дала йылғаларында һыуҙың максималь кимәлен үтеү тамамланған. Ағымдағы аҙнала тау һәм ҙур йылғаларҙа һыу иң юғары кимәлгә етәсәк, артабан ул ғәҙәти күрһәткестәргә ҡайтасаҡ. Мәсьәләне ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров район һәм ҡала етәкселәренә ташҡындың аварияһыҙ үтеүе буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә һәм контролдә тотолған биләмәләрҙә оператив хәлдең үҙгәреүенә ваҡытында яуап бирергә, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына ташҡын хәлен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙе тәьмин итергә ҡушылды.

Башҡортостан халҡынан һыу баҫыу тураһында 900-ҙән ашыу хәбәр килгән
Башҡортостан халҡынан һыу баҫыу тураһында 900-ҙән ашыу хәбәр килгән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: