Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар , 11:00

Өфө парктарында ҡоштар тәгәрәшеп ята

Белгестәр уларға теймәҫкә ҡуша, сөнки улар - ... иҫерек. 

Өфө парктарында ҡоштар тәгәрәшеп ята
Өфө парктарында ҡоштар тәгәрәшеп ята

Өфө ҡалаһындағы парктарҙа күптәр тротуарҙарҙа, ағас төптәрендә тәгәрәшеп ятҡан ҡоштарҙы - суҡтурғайҙарҙы күреп аптырағандыр, моғайын. Баҡтиһәң, улар һыуыҡта туңып, кире иреү сәбәпле әсегән миләште ашап иҫергән икән. 

Белгестәр был суҡтурғайҙарға теймәҫкә ҡуша, сөнки улар күпмелер ваҡыт үтһә, кире аяҡҡа баҫасаҡ, йәғни айығасаҡ, ти. Әммә был фекер менән килешмәүселәр ҙә бар. Улар ерҙә хәрәкәтһеҙ ятҡан ҡоштарҙы берәҙәк эттәр, бесәйҙәр тамаҡлауы бар, тип борсолоу белдерә. 

Фотолар: социаль селтәрҙәрҙән. 

Өфө парктарында ҡоштар тәгәрәшеп ята
Өфө парктарында ҡоштар тәгәрәшеп ята
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: