Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Март 2025, 10:30

10-12 градусҡа тиклем йылыта

Шаршамбынан, 19 марттан, ямғырҙар туҡтап аяҙ көндәр урынлаша, әммә... 

10-12 градусҡа тиклем йылыта
10-12 градусҡа тиклем йылыта

Быйыл синоптиктар ҡарҙың тиҙ иреп бөтөүен күҙаллай, быға һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе тәьҫир итте. Алдағы ял көндәрендә республика биләмәһендә көндөҙ +6...9 градусҡаса йылытыуы күҙаллана. Дүшәмбелә, 17 мартта, Өфөлә +10, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа +12 градусҡаса йылытасаҡ. 

Һауа температураһы йылы булһа ла, көндәр болотло, йонсоу торасаҡ, ямғырҙар яуасаҡ. Шаршамбынан, 19 марттан, ямғырҙар туҡтап аяҙ көндәр урынлаша, әммә һауа температураһы кире түбәнәйә: 0...+2 градус, тип фаразлай синоптиктар. 

Ҡарҙың ҡапыл иреүе кешеләр, айырыуса төрлө хеҙмәт белгестәре өсөн арыу уҡ мәшәҡәт тыуҙырыуы ла ихтимал. Олораҡ быуын вәкилдәре "ер ирей башламайынса, ҡарҙың ҡапыл иреүе - насар күренеш, уның файҙаһы булмай" тигән фекерҙә. 

Миҙгелдәр матур килһен, матур һауа торошо менән ҡыуандырһын. 

Фото: kleintierpraxis-heide.de

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас