Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Апрель 2025, 17:00

Мәскәүҙе ҡар баҫҡан

Баш ҡалалағы ҡар киләһе аҙна аҙағына тиклем ятасаҡ, ти синоптиктар. Беҙҙә лә көн боҙолормо икән? 

Мәскәүҙе ҡар баҫҡан
Мәскәүҙе ҡар баҫҡан

Үҙәк баҫмалар һәм һауа торошон күҙәтеү хеҙмәттәре Мәскәүҙә ҡар яуыуы, һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе тураһында хәбәр итә. Синоптиктар баш ҡалала һәм Мәскәү өлкәһендә ҡар ҡатламының киләһе аҙна аҙағына тиклем һаҡланырын күҙаллай. Әле унда - 2...0 градус. Аҙна уртаһына - 10 апрелгә ҡарай көндөҙ +5 градусҡаса йылытып, ҡар ирей башлаясаҡ, ти һауа торошо белгестәре. 

Ә Башҡортостанға килгәндә, киләһе аҙнала беҙҙә сағыштырмаса йылы көндәр һаҡланасаҡ: көндөҙ +14...+16 градус. Шишәмбелә (8 апрелдә) Өфөлә +20 градусҡаса етәсәк, тип күҙаллана. Әммә 10 апрелгә ҡарай бер аҙ һыуыта башлай: көндөҙгө һауа температураһы +9 градусҡаса төшәсәк. Таулы райондарҙа тағы ла түбәнерәк буласаҡ. Республиканың барлыҡ биләмәһендә ямғырлы көндәр көтөлә. Артабан аҙна аҙағында, шәмбелә, аяҙытып, бер аҙ йылыта башлаясаҡ.  

Фото: https://avatars.dzeninfra.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас