Һәр хәлдә, ҡабан, айыу, боланға һунар итеүҙәрен ҡоҙаларым һаҡланыу сараһы ғына итеп ҡабул итмәгән, ни тиһәң дә, ғаиләлә үҫкән туғыҙ тамаҡты туйҙырып үҫтерергә лә кәрәк булған. Ауылда уларҙың браконьерлыҡ итеүе тураһында (һәр хәлдә, рөхсәтһеҙ һунар итеү шулай иҫәпләнә) кемдер район милицияһына хәбәр иткән. Һунарҙан ҡайтҡанын белгән участковый район үҙәгенән милиционерҙар саҡырып, өйҙә тентеү үткәргән.
Тик табыш менән ҡайтҡан ҡоҙа, өй менән йәйге йорт араһына түшәлгән таҡта иҙәнде ҡайырып асып, түшкәне ҙур ғына соҡорға йәшереп өлгөргән. Тикшереү менән килгәндәр шул таҡталар өҫтөнән үтеп-һүтеп, йорт-ҡура, һарай, мунса, хатта бәҙрәфте тентеп сығып, бер ни тапмай сығып киткән. Ейәнсәрҙәре лә бер ни булмағандай шунда һикрәндәп уйнап ҡалған.
Тикшереүселәр сығып киткәс, итте өлөштәргә бүлгеләп, ғаилә ҡорған өлкән улдарына таратып биргән. Элегерәк ауыл ерендә һыуытҡыс булмай торғайны. Шуға бер килкеһен тоҙлап тоҡҡа һалып, баҡса эсендәге ҙур ҡойоға төшөрөп бәйләп тә ҡуйғандар.
Йыл да ҡаланан балалары ғаиләләре менән ҡунаҡҡа ҡайтҡанда залдағы ҙур өҫтәл тулы кеше була торған. Көн дә табынға тәмле һурпа, табаҡ тулы боҫрап торған ит ҡуйылған. Ир-егеттәр итһеҙ ризыҡты мөрхәтһенмәй бит инде.
“Аш бешергәндә, һәр береһенең үҙенең специфик еҫе була торғайны. Болан ите бер аҙ йылҡыныҡына тартым. Ҡабан, айыуҙыҡы айырылып тора. Үҙем һөйләйем, тиҫтә йылдар үтһә лә, әле лә еҫен тойғандай булдым”, - тип хәтерләй ейәнсәре.
Һуңғы осорҙа ҡырағай кейек һаны артты. Ана, кешеләрҙе ҡурҡытып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер болан ҙур сауҙа үҙәге янындағы аллея яғынан үҙәк урамға килеп сыҡҡан. Йә тайыш табан туристарҙы ҡаяға үрмәләткән. Боланынан бигерәк, айыу-бүренең ауыл тирәһендә йыш күренеүе хәүефле. Ҡырағай йәнлек аулағандарға хатта бүләк вәғәҙәләйҙәр, тип яҙалар. Тик бына ысын һунасылар ғына юҡ хәлендә.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыртҡыс хайуандар һаны рөхсәт ителгән норманан байтаҡ артҡан, тип иҫәпләйҙәр. Ведомствола бындай хәлгә ит һәм тирегә һәм хайуандарға ихтыяждың түбән булыуы арҡаһында һунарсыларҙың әүҙемлеге етмәүе сәбәпсе, тип һанала.
Бынан тыш, һунарсыларҙың эшмәкәрлегенә юлламалар һәм яғыулыҡ сығымдарының юғары булыуы һәм ҡыр йәнлектәрен яҡлаусыларҙың ризаһыҙлығы кире йоғонто яһай, тип иҫәпләйҙәр министрлыҡта. Совет ултырышында ҡатнашҡан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев ҡырағай хайуандар һанын көйләүҙә ҡатнашҡан һунарсыларға бүләктәр иғлан иткән.