Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Июнь 2025, 22:15

Боҙборсаҡ баҡсаларҙы ҡыйратҡан

Был хәл бөгөн Өфө янында булған... Ә синоптиктар алдағы көндәргә ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй?  

Боҙборсаҡ баҡсаларҙы ҡыйратҡан
Боҙборсаҡ баҡсаларҙы ҡыйратҡан

Бөгөн Өфө районының ҡайһы бер ауылдарында көслө ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуҙы. Әлеге видеояҙма Алексеевка ауылында төшөрөлгән. Биш минут эсендә боҙборсаҡ сәселгән уңышҡа арыу уҡ зыян килтергән. Тәбиғәт шулай көтмәгәндә сюрприздар яһап ҡуя шул...

Синоптиктар алдағы көндәрҙең дә аяҙлы-болотло булыуын, республика биләмәһендә ямғырҙар яуыуын фаразлай. Көндөҙгө һауа температураһы +18...+24, төндәгеһе +9...+13 градус тәшкил итәсәк. Иртәгә, 3 июндә, төндә бер аҙ һыуытып, +6...+8 градус буласаҡ. 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас