Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Июнь 2025, 16:35

Башҡортостанда "Йәшел эштәр марафоны" Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә

«Йәшел эштәр марафоны» Бөтә Рәсәй экологик акцияһы 5 июндә башланды һәм 12 июнгә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

Башҡортостанда "Йәшел эштәр марафоны" Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә
Башҡортостанда "Йәшел эштәр марафоны" Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә

Акция «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә үтә, халыҡтың тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән көсөн берләштерә. Ойоштороусы булып «Экосистема» йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай, ә дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.

«Йәшел эштәр марафоны»ның иң күләмле сараларының береһе - «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы.

Өфөлә 1,4 меңдән ашыу кеше — ведомстволар, предприятиелар, уҡыу йорттары һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр Инорс биҫтәһендәге өс һыу ятҡылығында эшләне. Акция сиктәрендә улар бөтәһе 25 кубометр сүп-сар йыйҙы, Йылы һәм Суртанлы күлдәренең, шулай уҡ Ҡариҙел йылғаһының яр һыҙатының биш километрын таҙартты.

Акцияны Экология министрлығы булышлығында Өфө хакимиәте ойошторҙо. Йыйылыусылар шулай уҡ лекцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, «Өфө муйынсағы» буйлап йөрөнө, викториналарҙа белемдәрен тикшерҙе һәм бының өсөн алмалар алды.

«Йәшел эштәр марафоны» сиктәрендә башҡа бик күп саралар үтә. Йәйге лагерҙарҙа уҡыусыларға сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында һөйләнеләр, улар «Ылымыҡтарға көн бөттө», «Батарейка» һәм «Бумбатл» проекттарында ҡатнашты. Шулай уҡ бай экопрограмма менән айырылып торған «Бөрө яры» фестивале үтте. Уның сиктәрендә балалар өсөн «Эколидерҙар» байрамы, «Йәшел төҫтәге ҡала» эко-фесты, «Яр буйлап йүгереү» эко-трейлы һәм велотурҙар үтә.

Ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләрҙе өсөнсө экологик форумда тикшерҙе. Марафон шулай уҡ ағастарҙы ултыртыуҙы һәм ҡарауҙы, хайуандар өсөн приюттарға ярҙам күрһәтеүҙе һәм башҡа файҙалы эштәрҙе күҙ уңында тота. Социаль селтәрҙәрҙә марафон челленджын һәр кем хуплай ала: бының өсөн хештегтар менән экотемаға яҙма ҡуйыу етә #экосистема #марафонзеленыхдел.

Фото: Башҡортостандың Экология министрлығы.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-06-09/v-bashkirii-prodolzhaetsya-vserossiyskaya-aktsiya-marafon-zelyonyh-del-4270461

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас