Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Июль 2025, 17:45

Башҡортостан "Хәтер баҡсаһы" акцияһында ултыртылған ағас һаны буйынса алдынғы

Акцияла ҡатнашыусылар йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллиондан ашыу ағас ултырта.

2025 йылда «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған «Хәтер баҡсаһы» проектына илдең бөтә төбәктәре лә ҡушылды.

Акцияла ҡатнашыусылар йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллиондан ашыу ағас ултырта. Ойоштороусылар иң әүҙем 10 субъектты билдәләне.

Рәсәй төбәктәренең экологик-патриотик инициативаны үткәреүгә индергән өлөшөн Рослесхоз етәксеһе Иван Советников билдәләне.

- Ултыртылған ағастар һаны буйынса иң һөҙөмтәле 10 төбәк иҫәбенә Һарытау, Иркутск, Кемерово өлкәләре, Ҡалмыҡстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Алтай крайы һәм Татарстан Республикаһы, шулай уҡ Силәбе һәм Тверь өлкәләре инде. Йылдан-йыл төбәктәр урман тергеҙеү эшенә әүҙемерәк ҡушыла, проекттарға күберәк ирекмәндәр ҡушыла һәм илебеҙ геройҙары хөрмәтенә иҫтәлекле ағастар ултырта, - тип һөйләне Иван Советников.

Башҡортостан Республикаһы йәшел һәйкәлдәр ултыртылған урындар һаны буйынса ла лидерҙар иҫәбендә. Бынан тыш, беҙҙең төбәк Бөйөк Еңеүҙең юбилейы йылында "ЕҢЕҮ", "80", "ЕҢЕҮ ТЫУҒАН ИЛЕ" һәм башҡа билдәле һүҙҙәр менән иҫтәлекле геоглифтар барлыҡҡа килгән һирәк төбәктәрҙең береһе.

– Ағастар ултыртыу менән бәйле бөтә нәмә - ул яҡты эш, мотлаҡ ошо эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Ә тарихи ваҡиғаларға бәйле акция айырыуса әһәмиәткә эйә була. Был Ватанды яҡлап һәләк булғандарға һәм бөгөн уны яҡлауын дауам иткән ир-егеттәргә хөрмәт һәм хәтер билдәһе, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. - Урман фондын тергеҙеүҙе тәьмин итеү ҙә мөһим бурыс булып тора. Шуға күрә беҙ йыл һайын ҡырҡыуға ҡарағанда 5-10 процентҡа күберәк ағас ултыртабыҙ. 

- Ағымдағы йылда Башҡортостан Республикаһында 470 гектар самаһы майҙанда 1,8 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылды. Был һандар артында йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте. Тыуған илебеҙҙең урман байлыҡтарын арттырыуға булышлыҡ иткәне һәм өлөш индергәне өсөн барыһына ла рәхмәт! - тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас