Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Июль 2025, 18:15

Ер-һыу атамаларын дөрөҫ әйтәйек!

"Айские притесы" түгел – Сыбар ҡая, "Тещин язык" түгел – Елмәрҙәк бөгөлө, "Банное" түгел – Мауыҙҙы йәки Яҡтыкүл... Был исемлеккә тағы ниндәй ер-һыу атамаларын өҫтәр инегеҙ? 

Ер-һыу атамаларын дөрөҫ әйтәйек!
Ер-һыу атамаларын дөрөҫ әйтәйек!

Республикабыҙ хозур тәбиғәте менән данлы: беҙҙә мәғрур тауҙар һәм ҡаялар ҙа, мул һыулы йылғалар һәм күлдәр ҙә, урмандар һәм яландар ҙа етерлек. Тик күп осраҡта ер-һыу атамаларын боҙоп әйтеү күренеше менән осрашырға тура килә. 

"Айские притесы" түгел – Сыбар ҡая

"Тещин язык" түгел – Елмәрҙәк бөгөлө

"Банное" түгел – Мауыҙҙы йәки Яҡтыкүл

"Чертов палец" түгел – Әбей ташы

"Исянчик" түгел – Талҡаҫ күле

"Малиновая гора" түгел – Еләктау

"Синие скалы" түгел – Көлһыуғаҙыташ ҡаяһы

"Розовые скалы" түгел – Ҡыҙылташ

"Капова" түгел – Шүлгән таш мәмерйәһе

"Соленое" түгел – Мулдаҡкүл

"Белая" түгел – Ағиҙел йылғаһы

"Уфимка" түгел – Ҡариҙел йылғаһы

"Урал" йылғаһы түгел – Яйыҡ

"Худолаз" түгел – Төйәләҫ йылғаһы

"Сергеевка" түгел – Һәргәй ауылы

"Большой Шатак" түгел – Бишитәк тауы

Ер-һыу атамаларын онотмайыҡ, дөрөҫ әйтәйек.

Фото һәм сығанаҡ: Земфира Ишбаеваның сәхифәһенән (https://vk.com/id142206911)

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас