Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Ноябрь 2025, 20:00

Декабрь нисек килер?

Ауыл халҡы һуғым һуйыу өсөн ҡар яуыуын, һыуытыуын көтә. Ҡаланыҡылар ҙа йонсоу, ямғырлы көндәр ялҡытты, ти. Синоптиктар декабрҙең нисек булырын фаразланы. 

Декабрь нисек килер?
Декабрь нисек килер?

Синоптиктар декабрь айында Рәсәйҙең үҙәк, урта өлөшөндә күҙалланған һауа торошо менән таныштырҙы. Уларҙың фаразына ярашлы, беҙҙе йылы, әммә йонсоу, ҡарлы-ямғырлы декабрь көтә.

Ҡыштың тәүге айының башында көндөҙгө һауа температураһы 0 градус тирәһендә тирбәләсәк, төндә -5 градусҡаса һыуытасаҡ, ти белгестәр. Декабрҙең беренсе ун көнлөгө аҙағына, айҙың уртаһына ҡарай көндөҙ яҡынса -5, төндә – 8...10 градусҡа ткилем һыуытыуы күҙаллана.

Дөйөм алғанда, ай дауамында  -30 градуслыҡ сасҡау һыуыҡтар көтөлмәй. Әммә йылы һауа торошо була тип ҡыуанырға иртәрәк, сөнки көндәр йонсоу, яуым-төшөмлө торасаҡ. Ай дауамында ҡояшлы, аяҙ көндәр бик һирәк буласаҡ, ти синоптиктар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас