Вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында яңы «Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабы»ның (2-се томы – хайуандар) исем туйын ойошторҙо.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 700-гә яҡын төрлө хайуан йәшәй, шуларҙың 140-ы – һирәк осрай торған хайуандар. “Ҡыҙыл китап”ҡа 57 төр умыртҡаһыҙҙар, 6 төр балыҡтар, 1 ер-һыу хайуаны, 6 төр һөйрәлеүселәр, 51 ҡоштар һәм 19 төр имеҙеүселәр индерелгән. Бынан алдағы баҫма 10 йыл элек донъя күргәйне.
Тәбрикләү һүҙе менән йыйылыусыларға Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова мөрәжәғәт итте. Ул тантаналы шарттарҙа Өфө фән һәм технологиялар университетының фәнни эш буйынса проректоры Илдус Шәрәфуллинға һәм «Фармстандарт-ӨфөВИТА» компанияһының генераль директоры Наил Низаметдиновҡа “Ҡыҙыл китап”тың яңыртылған ғилми-белешмә баҫмаһы даналарын тапшырҙы.
Баҫманың яуаплы мөхәррире, биология фәндәре кандидаты Винер Хәбибуллин китапты сығарыуға әҙерлек барышы тураһында ентекле һөйләне. Ул һүрәттәр төшөрөүҙә ҡатнашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты студенттарының юғары оҫталыҡ кимәленә айырыуса иғтибар бүлде.
Башҡортостан Республикаһының “Ҡыҙыл китабы” 1984 йылдан алып нәшер ителә.
Белешмә
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: campusufa.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!