Эшҡыуар
15 Май 2025, 04:00

Табышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужалар

Исмәғилевтар үҙҙәре һайлап алған юлдары өсөн үкенмәй...

Табышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужаларТабышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужалар
Табышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужалар

Федоровка ауылында йәшәгән Гөлиә һәм Фаил Исмәғилевтар был бизнесҡа тотонорға уйламаҫтар ҙа ине, әгәр ҡыҙҙары Эльвира уларҙың рухтарын күтәреп, эште ойоштороп  ебәрмәһә....

Эльвира бер нисә йыл теплица хужалыҡтары менән дан тотҡан  Туймазы районында  ғаиләһе менән йәшәй, үҙе лә йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Был эштең табышлы булыуын аңлап, ата-әсәһен йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнеүгә күндерә. 2017 йылда Исмәғилевтар буш бинаны һатып алып, уның  биләмәһендә теплица төҙөй, һыу өсөн скважина ҡаҙый, ҡыяр үҫтереү өсөн түтәлдәр әҙерләй, тиреҫ индерә. Ике йылдан тәүге уңыш алына, райондаштары ғына түгел, күрше ҡала халҡына  ла  йәшеләсә бик оҡшай. Гөлиә Вәғиз ҡыҙы үҙ мәшғүл булып эш башлай.

2024 йылда хужалыҡ тағы киңәйә төшә. Яңы аркалы теплица газ менән йылытыла, микроклимат яҡшыра.Һыу ресурстарын һаҡларға өйрәнәләр.

Хужаларҙың әйтеүенсә, теплица тәүлек әйләнәһенә хәстәрлек һәм иғтибар талап итә. Көслө елдәрҙең газ ҡаҙандарын һүндереүе ихтимал. Орлоҡ, ашлама, торф һәм һаҡланыу сараларын Туймазыла һатып алалар. Әлегә үҙ көстәре менән бөтә эште башҡаралар. Эш тығыҙ булғанда, туғандары ярҙамға килә. Исмәғилевтар ауырлыҡтарға зарланмай. Йыл һайын төҙөлөш материалдарына, электрға , газға  хаҡтар күтәрелеүе йәшелсәләрҙең үҙ ҡиммәте арттыуына килтереүен улар йәшермәй. Нисек кенә булмаһын, һайлап алған юлдары өсөн улар үкенмәй, яҡташтарын тәмлә ҡыяр һәм помидорҙар менән һөйөндөрөүҙәрен дауам итә.  

Фәнис Аҡсурин фотоһы.

Табышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужалар
Табышлы, әммә мәшәҡәтле, ти хужалар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас