Эшҡыуар
15 Октября 2025, 18:40

Йүнселдәр менән осрашыу

Бизнес вәкилдәренә наградалар ҙа тапшырылды.

Йүнселдәр менән осрашыуЙүнселдәр менән осрашыу
Йүнселдәр менән осрашыу

Салауатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡалалағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе йүнселдәр менән аралашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.

Үҙенең телмәрендә республика Башлығы һөҙөмтәле иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуарҙар менән туранан-тура аралашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының артыуы һаҡланып ҡала, ярҙам сараларының күп булыуы быға булышлыҡ итә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар байтаҡ мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Мәҫәлән, ҡымыҙ етештереүселәрҙе ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.

Радий Хәбиров шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү тураһында һөйләне һәм йүнселдәрҙе уның резиденттары булырға саҡырҙы. Сарала йәнә һалым льготаларын ҡулланыу, бизнесты алып барыу өсөн муниципаль һәм дәүләт мөлкәтен файҙаланыу, йыһаз кластерын һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү, кадрҙар тәьминәте мәсьәләләре күтәрелде.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы бизнес вәкилдәренә йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас