Эшҡыуар
14 Ноября 2025, 16:45

Эшҡыуарҙар электрон алымды өҫтөн күрә

Башҡортостан йүнселдәре ер участкаһының урынлашыу схемаһын электрон раҫлауға 2 меңдән ашыу ғариза ебәргән 

Эшҡыуарҙар электрон алымды өҫтөн күрәЭшҡыуарҙар электрон алымды өҫтөн күрә
Эшҡыуарҙар электрон алымды өҫтөн күрә

2025 йылдың башынан Башҡортостан Республикаһында юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар төбәк Дәүләт хеҙмәттәре порталында дәүләт милкендә булған ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлау буйынса онлайн-хеҙмәткә 2090 ғариза ебәргән. Эшҡыуарҙар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү – «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының төп бурыстарының береһе.

- Республика эшҡыуарҙарының ер участкаларын урынлаштырыу схемаларын раҫлау буйынса һанлы сервисты әүҙем файҙаланыуы бизнес менән дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелегенең артыуы хаҡында һөйләй. Ошо процедураны электрон форматҡа күсереү уны күрһәтеү ваҡытын биш эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға ғына түгел, шулай уҡ ғариза биреүселәрҙең сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә, - тип аңлатма бирҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Дәүләт милкендә булған ер участкаһының урынлашыу схемаһын раҫлауҙың дәүләт сервисы ер участкаһын бүлгән йәки берләштергән осраҡта тормошҡа ашырыла. Хеҙмәт 5 эш көнө дауамында күрһәтелә.

- Бизнес өсөн электрон хеҙмәттәр ғәҙәттәгесә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәттәре порталында популяр. Бындай сервистарҙы үҫтереү төбәктең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу процесын оптималләштереүҙең һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлегенең төп бурыстарының береһе булып тора. Шулай итеп, онлайн-хеҙмәттәр менән ер участкаһын урынлаштырыу схемаһын раҫлағандан алып эшҡыуарҙар 59 меңдән ашыу ғариза ебәрҙе, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Белешмә өсөн:

БР Инвестиция порталында «Башҡортостан Республикаһының инвестиция картаһы» һәм «Башҡортостан Республикаһының мөлкәте» сервистары ғәмәлдә. Улар ярҙамында эшҡыуарҙар бизнес алып барыу өсөн ер участкалары һайлай ала.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас