Гәзиткә яҙылыу
11 Сентябрь 2024, 13:15

Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!

Ҡуйып та өлгөрҙөләр, беҙҙең журналды һатып та алдылар. Тиҙҙән башҡа баҫмалар ҙа ошо маркетплейстарҙа буласаҡ.

Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!
Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!

Яҡшы яңылыҡтар! Хәҙер Ozon һәм Wildberries майҙансыҡтарында "Башҡортостан ҡыҙы", "Ватандаш" һәм "Тулпар" журналдарын һатып алырға мөмкин.

"Башҡортостан ҡыҙы" - ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендәге журнал. Баҫмала яҙыусыларҙың һәм шағирәләрҙең нәфис әҫәрҙәре, тәрбиә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм әхлаҡ проблемалары тураһында материалдар баҫыла (12+).

Ozon: https://www.ozon.ru/product/bashkortostan-kyzy-8-2024-1689882921/

Wildberries: https://www.wildberries.ru/catalog/260357783/detail.aspx?targetUrl=GP

"Ватандаш" - башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән журнал. Баҫма башҡорттарҙың этник үҙаңын һәм идентификацияһын формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша, милләт-ара татыулыҡты һәм толерантлыҡты нығытыу эшенә, республикала тотороҡло хәлде тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә (12+).

Ozon: https://www.ozon.ru/product/vatandash-8-2024-1689882661/

Wildberries: https://www.wildberries.ru/catalog/260356832/detail.aspx?targetUrl=GP

"Тулпар" - татар телендәге йәштәр журналы, ул татар телле халыҡтың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә һәм татар телендә яҙыусы йәш әҙәби һәләттәрҙе асыҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Журналдың рубрикалары дүрт тематик йүнәлеш буйынса бүленгән: әҙәбиәт, мәҙәниәт, йәштәр һәм хәҙерге заман (12+).

Ozon: https://www.ozon.ru/product/1689881032/?sh=r8r5ZuCH-Q

Wildberries: https://www.wildberries.ru/catalog/260359198/detail.aspx?targetUrl=GP

Әйткәндәй, баҫмаларҙы маркетплейстарға һатыуға сығарыу менән, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 7-се һанына заказ да биргәндәр. Тиҙҙән башҡа журналдарҙың да һатылыуы көтөлә. Һатып алырға ашығығыҙ! ERID: 2VtzqvJpfDZ

Сығанаҡ: "Республика Башкортостан" ДУП-ы.

Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!
Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!
Башҡортостан журналдары "Озон"да һәм "Вайлдберриз"да һатыла!
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас