Гәзиткә яҙылыу
19 Сентябрь 2024, 11:30

"Журфест-2024" Башҡортостанда квесҡа һәм белем биреү майҙансығына әүерелде

Ул республикала 13-сө тапҡыр үтте.

"Журфест-2024" Башҡортостанда квесҡа һәм белем биреү майҙансығына әүерелде"Журфест-2024" Башҡортостанда квесҡа һәм белем биреү майҙансығына әүерелде
"Журфест-2024" Башҡортостанда квесҡа һәм белем биреү майҙансығына әүерелде

"Журфест-2024 өсөнсө тапҡыр Ҡариҙел районының "Йондоҙло" ял базаһында Башҡортостан журналистарын йыйҙы. Фестиваль ғаилә Йылына арналды, шуға күрә уның төп темаһы "Медиағаилә" тип аталды. Федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары һәм телевидениеһы, шулай уҡ радио - һәм интернет-берләшмәләр вәкилдәре бер-береһе менән тәжрибә һәм яңы идеялар менән уртаҡлашты.

«Журфест»тың йәйге традицион осрашыуы бер майҙансыҡта бөтә республиканан киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар килде. Ҡатнашыусылар өсөн белем биреү, мәҙәни һәм спорт программалары ойошторолдо.

Журналистар өсөн федераль эксперттар үткәргән оҫталыҡ дәрестәре файҙалы булды. Мәҫәлән, «Telegram-яңылыҡтар: аудитория менән эшләүгә креатив ҡараш» темаһына Ruptly видеоагентлығының рус телле Telegram-каналы етәксеһе Виктория Иванова һәм RT төбәк телерадиокомпаниялары менән эшләү буйынса хеҙмәт етәксеһе Индира Жарова сығыш яһаны.

Көнүҙәк тема - киң мәғлүмәт сараларында яһалма интеллект ҡулланыу. Был хаҡта РФ Журналистар союзы секретары, МДУ доценты, филология фәндәре кандидаты Роман Серебряный һөйләне.

Фестивалдең тағы бер ҡунағы - "Голос правды" гәзите редакцияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Кубань Журналистар союзы рәйесе Диана Горбань. Ул район һәм ҡала киң мәғлүмәт сараларының хәҙерге медиакиңлектәге урыны тураһында һөйләне.

Матбуғат хеҙмәткәрҙәре квест үтте, шулай уҡ күңел асыу программаһында һәм спорт ярыштарында ҡатнашты. Район-ара ижади берләшмәләр вәкилдәре үҙҙәренең стендтарын тәҡдим итте. 

Башҡортостан Журналистар союзы менән Кубань Журналистар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы фестивалде йомғаҡланы. Бынан алда беҙҙең республика яңы республикалар — ЛХР һәм ДХР журналистар союздары менән килешеү төҙөгәйне.

«Журфест», журналистарҙың иң ҙур сараларының береһе булараҡ, беҙҙең республикала 13 йыл үткәрелә.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-09-19/zhurfest-2024-v-bashkirii-stal-kvestom-i-obrazovatelnoy-ploschadkoy-3936313

Фото: Ринат РАЗАПОВ.

Автор:Альбина ЗУБАРЕВА.
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас