«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто редакциялары «Изге подписка» тип аталған акция ойошторҙо, ә «Һәнәк» юмор һәм сатира журналына яҙылыусыларға баҫма рәссамы бушлай шарждар төшөрҙө.
— Беҙ баҫмаларға ярҙам итергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ, сөнки хәҙерге ваҡытта кешеләр интернетта сифатһыҙ баҫмаларҙан мәғлүмәт ала, — тип билдәләне Киров районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Тимур Фәйзрахманов. - Район хакимиәте яҙылыу кампанияһын ойоштороуға ижади ҡарарға, быны ниндәйҙер йолаға әүерелдерергә тырыша. Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөнә эшҡыуарҙарҙы, етәкселәрҙе саҡырабыҙ. Беҙҙә районда һәр ойошма төрлө баҫмаларға яҙылыуҙа ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Изге подписка» акцияһы сиктәрендә теләгән һәр кем МХО-ла ҡатнашыусылар, ветерандар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгәндәрҙең ғаиләләре өсөн теләһә ниндәй баҫмаға подписка бүләк итә ала.
Тимур Фәйзрахманов һөйләүенсә, Киров районында акция шулай уҡ Өфө хосписы пациенттары һәм ДНР һәм ЛНР ҡасаҡтары файҙаһына үткәрелә.
Баҫмаларға яҙылыуҙы редакция аша ла рәсмиләштерергә мөмкин. Ул ваҡытта гәзиттәрҙе редакция үҙаллы тарата. Был ысул юридик шәхестәр, предприятиелар, ойошмалар өсөн уңайлы.
«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто баҫмаларына яҙылыуҙы rbsmi.ru сайты аша рәсмиләштерергә мөмкин, шулай уҡ 8(987)486-68-28 , 8(347)226-99-54 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.
Автор: Жанна Миронова.
Фото: Киров районы хакимиәтенән.