Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Апрель , 18:30

Арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!

2 – 12 апрелгә тиклем "Башҡортостан" гәзитенә арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Был осорҙа гәзиттең йома һаны (24 битлек) – 961 һум (индексы – П3030), тулы варианты (шишәмбе һәм йома) – 1826 һум (индексы – П2724) тора. Ветерандарға йома һаны – 861 һум, тулы варианты – 1640 һум.

Арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!
Арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!

Арзан хаҡҡа яҙылығыҙ!

2 – 12 апрелгә тиклем "Башҡортостан" гәзитенә арзан хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Был осорҙа гәзиттең йома һаны (24 битлек) – 961 һум (индексы – П3030), тулы варианты (шишәмбе һәм йома) 1826 һум (индексы – П2724) тора. 

Ветерандарға йома һаны – 861 һум, тулы варианты – 1640 һум. Ташламалы хаҡтар менән почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Матбуғат йортона килеп тә, шылтыратып та яҙылырға мөмкин.

Редакция коллективы гәзиткә яҙылыуҙы ойошҡанлы үткәреү һәм милләттәштәребеҙҙе дәртләндереү маҡсатында йолаға әйләнгән “Аҙна бүләге” акцияһын дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) йәки фотоға төшөрөп “Башҡортостан”дың электрон почтаһына bashgazet@mail.ru ебәрергә, редакцияға алып килергә мөмкин. Уйында ҡатнашып, матур бүләктәр отоғоҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар!
Декада осорон мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға, арзан хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ! Заманыбыҙҙың ярһыу рухын, һәр замандашыбыҙҙың ынтылыштарын сағылдырған, республикабыҙҙың пульсын тойҙорған “Башҡортостан” гәзите һәр милләттәшебеҙгә барып етһен. Уны һаҡлап ҡалыу, һанын һәм баһаһын арттырыу һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы!

Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Таратығыҙ! "Башҡортостан" менән бергә ҡалығыҙ!

 

 

 

Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас