Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен беҙҙең редакция адресына ебәреүселәр араһында “Аҙна һайын бүләк” уйыны ойошторола.
Күптән түгел Ишембай районының Байғужа ауылында йәшәгән Шәмсетдиновтар ғаиләһенә лә ошондай бәхет йылмайҙы: улар үтек отто!
Был тарафтарға командировкаға барғанда бүләкте хужаларға тапшырып ҡайтыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
– “Башҡортостан” гәзитенә быйыл ғына башлап яҙылдыҡ. Гәзит бик оҡшай, яратып уҡыйбыҙ. Бүләк отоу беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, - тине хужабикә Нәзирә ханым. Ғаилә башлығы Ғаяз Шәмсетдинов эштә булып сыҡты. Беҙ уға ла күп сәләм тапшырып, киләсәктә лә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлыҡты өҙмәгеҙ, тигән теләктәребеҙҙе юллап хушлаштыҡ.
Дуҫтар! “Башҡортостан”ға яҙылып, квитанция күсермәләрен ебәрегеҙ, бәлки, киләһе аҙнаның бүләге тап һеҙҙең өлөшкә төшкән көмөш булыр.
Резеда Шәңгәрәева фотоһы.