Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Июнь , 16:15

“Башҡортостан” гәзитенең яңы һанын уҡығығыҙ киләме?

Киоскыларға мөрәжәғәт итегеҙ, хәҙер милли матбуғат бихисап урындарҙа һатыла 

“Башҡортостан” гәзитенең  яңы һанын уҡығығыҙ киләме?
“Башҡортостан” гәзитенең яңы һанын уҡығығыҙ киләме?

Баш ҡалабыҙ Өфөләге “Матбуғат” киоскыларына милли баҫмаларҙы һатыуға сығарыу эше ҡайтанан тергеҙелде. Хәҙер уларҙа “Башҡортостан” гәзитенең һәр яңы һанын һатып алып уҡырға мөмкин.

Тағы ла бер шәп яңылыҡ: ошо уҡ киоскылар аша һеҙ күңелегеҙгә яҡын милли матбуғат баҫмаһына, шул иҫәптән беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә лә яҙылып, һәр яңы һанды үҙегеҙгә яҡын урынлашҡан киоскынан ғына алыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Күптәр бөгөн матбуғатҡа яҙылмауының сәбәбен почтаның насар эшләүе, гәзит-журналдарҙы ваҡытында килмәүе менән аңлата. Шуға күрә был алым – почта хеҙмәтенә бик яҡшы альтернатива.

Киоскылар баш ҡаланың һәр районында тиерлек урынлашҡан. Мәҫәлән, Октябрь проспектында улар 11 урында: 9, 18, 23, 28, 53, 74, 118, 134, 155/1, 162, 178-се йорттар янында. Шулай уҡ баш ҡаланың Черниковка, Сипайлово, Затон, Дим биҫтәләрендә лә “Матбуғат” киоскылары бар.

– Элегерәк республикала донъя күргән гәзит-журналдарҙы һораусылар уларҙың һатыуға сығарылмауына ризаһыҙлыҡ белдерә торғайны. Әле был эш яйға һалына, шуға күрә яратҡан баҫмаларығыҙҙы һатып алығыҙ, беҙҙең аша уларға яҙылығыҙ, тип мөрәжәғәт итәбеҙ, - тине киоскер Венера Сәлих ҡыҙы Марковнина.

Гөлсирә Сәхиева фотолары. 

“Башҡортостан” гәзитенең  яңы һанын уҡығығыҙ киләме?
“Башҡортостан” гәзитенең яңы һанын уҡығығыҙ киләме?
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас